Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2020, 00:46

Яңы йыл менән шыршы йола буйынса

Иҫән-һау булһаҡ, елка тирәләй йырарбыҙ ҙа, бейербеҙ ҙә.Ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.

Яңы йыл байрамына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Аҡтарылып ташланған үҙәк майҙанды күреп, йылдағыса шыршы булмаймы ни тип хафалана халыҡ. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сәхифәһендә яуап бирә: "Хөрмәтле мәләүездәр! Быйыл Яңы йыл ҡаласығы Ҡала мәҙәниәт һарайы янында урынлаштырыла. Шулай уҡ Ю.Гагарин исемендәге һәм Дан парктарында ла, мәктәптәр ихатаһында ла шыршы, таусыҡтар урын аласаҡ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф теләйем. Роспотребнадзор күрһәтмәләрен үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ" Иҫән-һау булайыҡ, шыршы ла, тау ҙа буласаҡ.
Читайте нас: