-Ирекмәндәр хәрәкәтендә 14 йәштән бөтә теләгәндәр ҙә ҡатнаша ала. Йәштәр, уҡыусы балалар өсөн тәрбиәүи сара ла - йәшәйештең ысын асылын аңлағас, кешенең тормошҡа ҡарашы, холҡо үҙгәрә. Мәләүез ҡалаһында ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын яҡлау республика үҙәге филиалы 2015 йылда барлыҡҡа килде. Уның ҡарамағында Яңы быуын ирекмәндәре командаһы эшләй. Социаль, экология, ваҡиғалар, сәләмәт тормош һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеү - бөтәһе биш йүнәлештә эш алып барыла.
Быйыл 1 апрелдән республикала юғары әҙерлек режимы индерелеү менән пандемия ваҡытында халыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында беҙҙә лә берҙәм Ирекмәндәр штабы асылды. Хәҙерге ваҡытта бер нисә төр хеҙмәт күрһәтелә. Мохтаж ғаиләләргә бер айға иҫәпләнгән бушлай аҙыҡ-түлек йыйымы өләшәбеҙ. Бынан тыш ихтыяж буйынса ғариза биргән 65 йәштән оло граждандар иҫәбенә ташламалы дарыу, беренсел көнкүреш кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек һатып алып килеү, сүп-сар сығарыу, коммуналь хеҙмәт өсөн түләү кеүек хеҙмәт башҡарыла. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, мәҫәлән, йөрөй алмаған сирлеләрҙе дауаханаға оҙатыу кеүек ашығыс үтенестәрҙе лә үтәйбеҙ.
Ғаризалар 8 (34764)3-21-41 берҙәм телефоны буйынса ҡабул ителә, шулай уҡ ашығыс осраҡта ватсап, “Бәйләнештә” социаль селтәре буйынса аралашабыҙ. Ҡайһы берәүҙәр тура штабҡа йә “Ғаилә” үҙәге аша мөрәжәғәт итә.
Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн граждандарға иғтибарлы булырға кәрәк. Ирекмәндәрҙең махсус пропускы, бейджигы, паспорты булырға тейеш. Улар бар һаҡлыҡ сараларын күҙәтә: битлек, бирсәткә, антисептик. Икеләнгән осраҡта 8 (34764)3-16-23 телефоны аша штабҡа шылтыратып ирекмәндең шәхесен тикшерергә мөмкин.