Бөгөнгө ауыр ваҡытта ирекмәндәр эше бик кәрәк, уны туҡтатырға ярамай. Яңы акциялар планлаштырыла. Граждандар ҙа бик ҡәнәғәт һәм рәхмәтлеләр, сөнки ирекмәндәр башҡалар тотонмаған да эште башҡара, ихлас ярҙам күрһәтәләр. Хәҙерге ваҡытта иң мөһиме - штабтан дарыуҙар, битлектәр һәм аҙыҡ-түлек таратыу. Иртәнән кискә тиклем ялһыҙ эшләй улар. Биш меңдән ашыу ғариза ҡабул итәләр, көнөнә уларҙың һаны 30-ҙан да артып китә.
Бер нисә төр хеҙмәт күрһәтелә. Ихтыяж буйынса ғариза биргән 65 йәштән оло граждандар иҫәбенә ташламалы дарыу, беренсел көнкүреш кәрәк-ярағы, аҙыҡ-түлек һатып алып килеү, сүп-сар сығарыу, коммуналь хеҙмәт өсөн түләү кеүек хеҙмәт башҡарыла. Һүрәттә Илнар Бикташев дарыуханан дарыуҙар ала, ә һуңынан уны өйҙәренә алып барып бирә.
Ысынлап та, донъяны изгелек, шәфҡәтлек ҡотҡарыр, был ҡатмарлы осорҙа бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ.