Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 15:42

Ниһайәт, ҡарар ҡабул ителде: 31 декабрь - ял көнө

31 декабрҙә ял итеү йә эшләү хаҡында бәхәс күптән бара, һәм бына Рәсәй Президенты үҙ фекерен белдерҙе:«Декабрҙең утыҙ берендә, ысынлап та, бик үҙенсәлекле эш ойошторола, шуға күрә быны хупларға кәрәктер, моғайын, федераль кимәлдә ярамай, ләкин төбәктәргә рөхсәт ителә».

31 декабрҙә ял итеү тураһында фекер күптән әйтелһә лә, әлегә тиклем Рәсәй Президенты үҙ һүҙен әймәгән ине. Ниһайәт, Дәүләт советы ултырышы ваҡытында Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһының 31 декабрҙе ял көнө итеү башланғысын хупланы. Төбәктәргә рөхсәт булды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, республикала 2020 йылдың 31 декабре ял көнө тип иғлан ителде. Уның буйынса Башҡортостандың дәүләт вазифаларында һәм дәүләт граждандар хеҙмәте вазифаларында эшләгән хеҙмәткәрҙәр 26 декабрҙә эшкә йәлеп ителә, ә 31 декабрҙә ял була. Республиканың дәүләт органдары етәкселәре үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә һәм ведомство ҡарамағындағы ойошмаларға ҡарата ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш. Байрам көндәрендә авария һәм ашығыс хеҙмәттәр штат режимында эшләй.
Был хәбәрҙе ғаиләләр шатланып ҡабул итте, сөнки хәҙер ашыҡмай, өтәләнмәй генә Яңы йылды тулы әҙерлек менән бергә ҡаршы аласаҡтар.
Фото: интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Читайте нас: