ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 11:45

Бер телдән дә телем кәм түгел

- Вы говорите как поёте! - Сит милләт егетенең яйлап ҡына беҙҙең яҡҡа күсеүен күреп, күҙәтеп тора инем инде. - На каком языке вы говорите?

- Вы говорите как поёте! - Сит милләт егетенең яйлап ҡына беҙҙең яҡҡа күсеүен күреп, күҙәтеп тора инем инде. - На каком языке вы говорите?
Янымда баҫып торған яҡташ ағай менән бер-беребеҙгә ҡарап алабыҙ.
- Һиңә әйтәлер, - ти ағайым. - Һин әҙәби телдә һөйләшәһең бит. Минеке әллә ни камил түгел ул.
- Бер үк телдә һөйләшәбеҙ ҙә һуң. Икебеҙгә лә әйтә инде! - Шелтәләп алам да, теге егеткә ҡарап йылмаям. Ул иҫе китеп беҙгә текләй, әллә ниндәй мөғжизәгә юлыҡҡанмы ни!
- Башҡорттар беҙ. Башҡортостандан килдек. - Был һүҙҙәрҙе айырым бер ғорурлыҡ менән әйтәм.
Үҙ телем хаҡында шундай матур һүҙҙәр ишеттем бит әле! Ғорурланмаҫлыҡмы ни?
- О, башкиры! Великий народ! - Егетебеҙ беҙгә яҡыныраҡ килеп баҫҡас, Өфө, Салауат батыр, ҡымыҙ, ҡурай тураһында белгәндәрен һөйләй башлай. Баш ҡалабыҙҙа бер генә тапҡыр булырға тура килгән уға, ә шулай ҙа бик йылы тәьҫораттар менән ҡайтҡан унан. Үҙенә бүләк итеп тапшырылған ҡурайҙы эш бүлмәһенең түренә һалып ҡуйған икән. Киләсәктә беҙҙең милли музыка ҡоралында уйнап өйрәнергә хыяллана. Яланда үҫеп ултырған үлән көпшәһен киҫеп алып, унан иҫ киткес моң ағылырлыҡ дәрәжәгә еткергән башҡорт халҡына булған һөйөүен йәшермәй егет. Салауат Юлаевтың һоҡланғыс һәм аяныслы яҙмышын китаптарҙан ғына уҡып белһә лә, батырыбыҙ хаҡында һөйләшкәндә күҙҙәрендә йәш сағылды.
Мин янымда торған яҡташ ағайға ҡарап алам. Ул түшен киреберәк баҫып тора, хатта бер башҡа үҫеп киткәндәй тойола. Дәртләнеп китеп теге егеткә телефонынан башҡортса йырҙар тыңлата, бейеүҙәр күрһәтергә тотона. Беҙҙең үҙ-ара һөйләшә башлауыбыҙ була, егетебеҙ тағы донъяһын онотоп беҙҙе тыңлай:
- Вы точно как поёте!
Көн оҙоно беҙгә эйәреп йөрөй әле ул. Ағайым иһә бар ихласлығын эшкә егеп, уны халҡыбыҙ тарихы менән таныштыра, ҡурай моңон тыңлата, яттан белгән шиғырҙарын һөйләп ишеттерә.
Минең туған телемә ғашиҡ булған, халҡым хаҡында бары тик ыңғай фекер йөрөткән сит милләт кешеһе менән аралашыу, уның яҡшы мөнәсәбәтен күреү күңелемдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡортса һөйләшергә оялып, үҙ булмышынан кәмһенеп, сит мәҙәниәткә ылыҡҡандар ҙа юҡ түгел арабыҙҙа. Был, әлбиттә, аяныслы хәл. Кеше өсөн үҙ тамырҙарын белеү бик мөһим ул. Әҙәм балаһы асылына тоғро ҡалғанда, милләтен, нәҫел-нәсәбен белеп йәшәгәндә генә үҙен рухлы, көслө итеп тоя.
Милләтем, телем, тип янып йөрөгән, республика мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән, башҡорт тигән халыҡты сит-яттарға танытҡан, уның данын алыҫтарға таратҡандар байтаҡ арабыҙҙа. Беҙ ҙә шулар иҫәбендә булһаҡ ине.
Читайте нас: