Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2021, 11:50

Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ

Берәй зауыҡлы өй күргәндә архитектор булып, шундай берәй бина төҙөү теләге һеҙҙә лә тыуамы? Бөгөнгө геройыбыҙ - Мәләүез ҡалаһының тышҡы йөҙөнә туранан-тура бәйләнеше булған һөнәр эйәһе, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы, баш архитектор Азат Килдебаев.Азат Юлай улы, төҙөлөшкә ҡағылышы булмаған кешеләргә асыҡлыҡ индереп китеү урынлы булыр, һеҙҙең бүлектең эше нимәнән ғибәрәт?(Дауамы аҫтағы һылтанмала).

Берәй зауыҡлы өй күргәндә архитектор булып, шундай берәй бина төҙөү теләге һеҙҙә лә тыуамы? Бөгөнгө геройыбыҙ - Мәләүез ҡалаһының тышҡы йөҙөнә туранан-тура бәйләнеше булған һөнәр эйәһе, архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы, баш архитектор Азат Килдебаев.
  • Азат Юлай улы, төҙөлөшкә ҡағылышы булмаған кешеләргә асыҡлыҡ индереп китеү урынлы булыр, һеҙҙең бүлектең эше нимәнән ғибәрәт?
  • Хеҙмәткәрҙәребеҙ ҡала һәм райондың төҙөлөшөн планлаштырыуға бәйле документация эшкәртә, экспертиза үткәрә һәм раҫлауға тапшырыуҙы тәьмин итә. Билдәләнгән тәртиптә төҙөлөшкә документтар әҙерләйбеҙ һәм рөхсәт биреүҙе тормошҡа ашырабыҙ. Хужаһыҙ обьекттар менән дә беҙ шөғөлләнәбеҙ. Шулай уҡ ерле программалар, ижтимағи-иҡтисади үҫеш программаларын төҙөү һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашабыҙ, ҡала һәм райондың төҙөлөшө документацияһын эшкәртеү һәм тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу, ер менән файҙаланыу, төҙөлөш ҡағиҙәләрен, норматив, хоҡуҡи акттарҙы төҙөүҙе тәьмин итеү ҙә беҙҙең өҫтә.
  • Ер, тигәндәй, бер хәл иҫкә төштө. Республика райондарының береһендә солоҡсолоҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән бер ғаилә, урманлыҡ араһын таҙалап, шунда уҡ малына бесәнен дә еткергән улар. Сабынлығын заманында теркәмәгән өсөн генә, ана шул ерҙән ҡолаҡ ҡаға - кемдер сит-яҡтан килеп ул ерҙе үҙенә рәсмиләштереп ала. Уларға кире ҡағыр өсөн нигеҙ ҙә юҡ, сөнки закон һәммәбеҙ өсөн дә берҙәй үтәлеүҙе талап итә. Башҡорт халҡы ҡунаҡсыл да ул, үҙ ереңде яттар тартып алмаһын, ошондай аяныслы хәл тыумаһын өсөн, ни эшләргә?
  • Кадастр картаһына ҡарап, әгәр бесәнлек майҙаны бер кемгә лә теркәлмәгән икән, теләгән кеше, Мәскәүҙән килгән булһа ла, ул ергә хужа була ала. Шуға һәр кем белергә тейеш: ауыл халҡы 50 гектарға тиклем сабынлыҡ ерен рәсмиләштерә ала. Ун баш мал аҫрар өсөн өс-дүрт гектар сабынлыҡ майҙаны етә. Ул өс йылға бушлай бирелә, аҙаҡтан ҡулланыу мөҙҙәте оҙайтыла.
  • Һуңғы осорҙа тажзәхмәткә бәйле шәхси йорттарға өҫтөнлөк бирелеү күҙәтелмәйме?
  • Юҡ, һуңғы өс йылда шәхси һәм күп ҡатлы йорттар төҙөлөшө кимәле үҙгәрмәне, тиһәң дә була. Туғайлы, йәштәр микрорайоны (ЮХХДИ ҡаршыһында), ҡаланың төньяҡ-көнбайыш яғы (магистраль буйлап), шулай уҡ өс ҡатлы фатирлы йорттар, районда иһә Самойловка, Тамъян, Ташлыкүл, Ергән, Үрге Юлдаш, Һабаш ауылдары әүҙем төҙөлә. Былтыр 11 айҙа йәмғеһе 38 мең квадрат метр майҙанды биләгән шәхси йорттар, “Торлаҡ” федераль һәм региональ проектына ярашлы Шлычков, Смоленск урамында 13 мең квадрат метр майҙанлы күп ҡатлы өй эксплуатацияға тапшырылған.
  • Реклама урынлаштырыуға ла һеҙ рөхсәт бирәһегеҙ икән.
  • Эйе, ҡала һәм район биләмәһендә банерҙарҙы беҙ контролдә тотабыҙ. Һәр хәлдә, килә тороп нимәнелер элеп ҡуйыр алдынан, архитектура бүлегенән ризалыҡ алырға кәрәк. Социаль рекламаларҙы урынлаштырыу беҙҙең өҫкә йөкмәтелгән.
  • Эшегеҙ тауыҡ сүпләһә лә, бөтөрлөк түгел.
  • Миҫалға, һыу торбалары инженер селтәре “Водоканал” йәмғиәтенә ҡараһа ла, заманында һыу торбаһы селтәре үткәрелгән, ә кадастр паспорты юҡ. Уларҙы иҫәпкә ҡуйырға кәрәк. Мәләүез ҡалаһының генераль планы 2009 йылдан алып үҙгәртелмәгән, хәҙер унда ла үҙгәрештәр индерәбеҙ.
  • Ҡала халҡы өсөн яҡшы яңылыҡтар бар. Төньяҡ-көнбайыш (“Магнит” гипермаркеты яғында) биҫтәһендә 500 урынлыҡ трибуна, яһалма боҙ менән ҡапланған каток проектлана, уның менән ”Уралтрубопроводстрой” подрядсыһы шөғөлләнә. Ғинуар-февралдә документтар әҙерләнеп бөтөргә тейеш, аҙаҡтан был социаль обьектты төҙөр өсөн республика программаларында ҡатнашашырға ниәт тотабыҙ.
    Шулай уҡ Магистраль, Смоленск урамында өс күп ҡатлы йорт һалыу планлаштырыла.
    • Үгеҙ йылы бар эштәрҙе атҡарып сығырға үҙенең ҡеүәтен бирһен!
    • Рәхмәт.
    • Читайте нас: