Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2021, 14:00

Күрә беләйек бәхетте

Йәйге йәмле иртәне мин унһыҙ ғына ҡаршы алдым, ул көндә берәү ҙә миңә ихлас йылмайыу бүләк итмәне, нурлы балҡышы менән кәйефемде күтәрмәне...

Эшкә йөрөгән юлымда көн дә иртән нурлы йөҙлө бер ханымды осрата торғайным. Бер яҡта йәшәй инек шикелле, юлымда башҡа ваҡыттарҙа ла йыш ҡына тап булды үҙе. Ихлас йылмайыуы менән әйләнә-тирәһен йәмләп үтеп китә торғайны ул. Шул бәхеттән миңә лә мул ғына өлөш тәтене, уны осратҡан саҡтарҙа кәйефем күтәрелде, үҙем дә һиҙмәҫтән йылмайып ҡуя инем. Үткән һайын уға һоҡланып, күңелемде матур хис-тойғоларға байытып уҙҙым. Үҙен тотошо, атлап килеше менән үк башҡаларҙан айырылып торған кеше ине ханым.
Һәр иртәлә ошо нурлы балҡышлы ҡатынды осратыуыма күптән өйрәнеп тә бөткәйнем инде. Билдәле тәңгәлгә еткәс, үҙем дә һиҙмәҫтән күҙҙәрем менән уны эҙләр булдым.
Башымда йыш ҡына уға ҡарата «Бәхетлелер» тигән уй тыуа ине, сөнки тап шундайҙар ғына донъяны йәмләп, башҡаларға ҡот өҫтәп, нур биреп йәшәй ала. Байтаҡ ваҡыттан һуң осраҡлы ғына был ханымды яҡшы белгән танышымды тап иттем.
- Ул бит дауалап булмаҫлыҡ сир менән көрәшә. Күпме ғүмере ҡалғанын бер кем дә, хатта врачтар ҙа белмәй, - тип һүҙ башланы әңгәмәсем. - Кешеләр менән дә аралашмай, өйөндә бикләнеп байтаҡ йәшәгәндән һуң үҙен ҡулға алып, тормошон тулыһынса үҙгәртеп ебәрҙе ул. Булған аҡсаһына матур кейемдәр, биҙәүестәр һатып алды, сәсен киҫтереп, башҡа төҫкә буятты. Көн дә тиерлек урамға, кешеләр араһына сығып йөрөй башланы. Магазиндан йәне теләгән ризығын һатып алып ашай, концерттарға йөрөй, бейеү түңәрәгенә яҙылды, спорт менән дә шөғөлләнде.
- Сирләгәнсе нисегерәк йәшәй ине һуң? - Ишеткәндәремдән бер аҙ шаңҡып ҡалһам да, танышыма ошо һорауымды бирҙем.
- Ғүмере буйы ашарын ашамай, кейерен кеймәй, үҙен күп нәмәнән сикләне ул. Кешеләр менән дә әллә ни аралашып барманы. Донъяның тик насар яҡтарын ғына күрҙе, тормошонда шатлыҡ-ҡыуанысҡа урын да ҡалдырманы, буғай. Уйлап ҡараһаң, үҙе бәхетһеҙ ҙә ҡатын түгел ине. Ошо донъяла йәшәү үҙе үк бәхет бит ул, һылыу. Аңлай белһәң...
Танышым менән булған һөйләшеүҙән һуң юлымда осраған теге ханыма тағы ла нығыраҡ иғтибар итә башланым, уның өсөн борсолдом, йөҙөндә, ҡиәфәтендә үҙгәрештәр эҙләнем. Берҙән-бер көндә теге яуыз сир уны аяҡтан йығыр ҙа, үҙен башҡа осрата алмам тигән уй тынғы бирмәне. Уның урам йәме булып ҡояштай балҡып, күбәләктәй осоп ҡына янымдан үтеп йөрөүенә шул тиклем өйрәнеп киткәйнем бит!
Ул бер ҙә үҙгәрмәне. Һаман да йәш ҡыҙҙар ише оса-ҡалҡа, еңел генә атлап, ҡайҙалыр ашығыр булды.
Ярты йыл самаһы мин ханымды күҙ уңынан ысҡындырманым, тик бер көн килеп мин уны юғалттым... Йәйге йәмле иртәне мин унһыҙ ғына ҡаршы алдым, ул көндә берәү ҙә миңә ихлас йылмайыу бүләк итмәне, нурлы балҡышы менән кәйефемде күтәрмәне...
Ханым хаҡында һорашмаҡ булып уны белгән апайға шылтыраттым һәм таныш түгел танышымдың баҡыйлыҡҡа күсеүе хаҡында хәбәр алдым.
- Ҡайғырма, ул бик бәхетле булып китте, - тип мине тынысландырырға ашыҡты апайым. - Донъяның бар матурлығын күрергә, ләззәтен татырға, үҙен һәм башҡаларҙы яратырға, ә иң мөһиме - йәшәгән һәр минутының ҡәҙерен белергә өйрәтте уны яман сир. Тормошта бер ни ҙә осраҡлы түгел, сир рәүешендә ебәрелгән һынау аша ул күп нәмәне аңланы. Шуға ла ғүмеренең һуңғы көндәрен кешеләргә изгелек эшләп, бәхет өләшеп кенә үткәрҙе. Үҙең әйтәһең бит, урам, ҡала йәме булып ҡына йөрөнө, тип. Күпме ваҡыт һин үҙең дә уның йылыһына ҡойоноп йәшәп алдың бит, күңелеңде йылыттың...
- Эйе шул, - тигән булдым танышымдың әйткәндәрен хуплап, әммә башымда ҡайнашҡан уйҙарым ғына тынғылыҡ бирмәне.
Тормошта бер ни ҙә осраҡлы түгел, тиһәләр ҙә, беребеҙгә лә донъяның йәмен әллә ниндәй ауыр һынауҙар аша күрергә, яндағыларҙың ҡәҙерен улар аша белергә тура килмәһен ине. Бөгөн үк аңлайыҡ ғүмерҙең берәү генә икәнен, бөгөн үк бәхетле булып өйрәнәйек әле.
Читайте нас: