ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2021, 18:08

Матур датала Башҡортостанда 100-ҙән ашыу пар өйләнешергә йыйына

Башҡортостанда матур датала – 2021 йылдың 21 ғинуарында 102 пар сәстәрен сәскә бәйләй.

Башҡортостанда матур датала – 2021 йылдың 21 ғинуарында 102 пар сәстәрен сәскә бәйләй. Законлы никах теркәү тантаналарының күбеһе Өфөнөң ЗАГС бүлектәрендә уҙа, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Ғаризаларҙың күпселеге Өфөнөң Калинин районы ЗАГС-ына бирелгән (13). Икенсе урында — Ленин (12), өсөнсөлә — Совет(11) районы. Артабан Киров (9), Стәрлетамаҡ (7), Күмертау (6), Нефтекама һәм Туймазы (5) килә.
Әйткәндәй, 21-се быуаттың һәм 2021 йылдың 21-се көнөндә ЗАГС-та тағы ла күберәк йәштәр яҙылышырға мөмкин. Етди сәбәп булған осраҡта (мәҫәлән, кәләш йөклө икән – ред. иҫк), никахты ғариза биргән көндә теркәйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда туйҙар өсөн тағы ла бер матур дата көтөлә – 12.02.2021. Был көн йомаға тап килә.
Читайте нас: