ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 19:10

Кемдер - әсәй, кемдер - матуха…

Беҙ үҫкән саҡта, мәҫәлән, әсәй әсәй, атай атай ине, тигәндәй, хәҙер йәштәрҙең күбеһе әсәйҙе «матуха»ға әйләндереп алған икән.

Хәҙерге йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең үҙ-ара аралашыуына ҡолаҡ һалғандар уларҙың һирәк нәмәне генә үҙ исеме менән атауына иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Бәлки, был күренеште киләсәк быуындың көндән-көн алға киткән заманға яраҡлашыуы тип аңларға кәрәктер.
Беҙ үҫкән саҡта, мәҫәлән, әсәй әсәй, атай атай ине, тигәндәй, хәҙер йәштәрҙең күбеһе әсәйҙе «матуха»ға әйләндереп алған икән.
Бер үҫмерҙең ауыҙынан яңыраҡ ошо һүҙҙе ишетеп:
- Ниңә әсәй тип әйтмәйһең? - тип һораным.
- Шулай «текәрәк», - тине ул, һис аптырамай ғына.
Баҡһаң, атай кеше лә уларҙа күптән «батя» булып йөрөй.
Йәштәр менән йышыраҡ аралашһаң, үҙең өсөн әллә ниндәй асыштар яһайһың. Мәҫәлән, беҙҙең заманда уҡытыусы уҡытыусы ине, әле иһә ул «училка», «препод», тәрбиәсе лә «воспитка»ға әйләнеп киткән.
Урыҫса матур яңғыраған «мама», «папа», «родители» һүҙҙәрен боҙоп, беҙҙең милләт балалары уларҙы яҡын кешеләренә ҡарата ҡуллана. Алда әйтеүемсә, әсәй - «матуха», атай - «батя» уларҙа, ә икеһен бергә «родоки», «предки» тип кенә ебәрәләр.
Билдәле, йәштәр өйҙә, ғаиләлә саҡта ғәзиз кешеләренә үҙ телебеҙҙә атай-әсәй тип өндәшә, дуҫ-иштәре менән аралашҡанда иһә ул һүҙҙәр ҡолаҡты ярып инерлек булып үҙгәрә.
Хәҙерге йәштәрҙе тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ тип саң ҡағыуым түгел был. Минең яҙғаным да уларҙың барыһына ла ҡағылмайҙыр. Һәр замандың үҙ тәртибе, йәшәйеш ҡанундары булған кеүек, йәштәре лә төрлөсә. Уларҙы тәнҡитләп, ғәйепләп ултырғым килмәй. Шулай ҙа бер һорау борсой: башҡаларҙан айырылып торор, үҙҙәре әйтмешләй, «текәрәк» күренер өсөн шулай һөйләшәме улар?
Теләгем бер генә: ғүмер биргән, ҡәҙерләп үҫтергән ғәзиз кешеләренә һәр бала «әсәй», «атай» тип өндәшһен һәм үҙ телен онотмаһын ине.
Читайте нас: