Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 18:29
Ни өсөн БДИ буйынса балдарҙың кәметелеүе һәм студенттарҙың уҡыуҙан ҡыуылыуы ихтимал
Рөхсәт ителмәгән митингҡа барған өсөн дә дәүләт имтихандарында (төп дәүләт имтиханы, берҙәм дәүләт имтиханы) түбән рейтинг һәм тырышлыҡ буйынса берле алырға йәки вуздан ҡыуылырға мөмкин.
Башҡортостанда студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың өлгәшеү баһаһы үҙгәрә. Тейешле закон проекты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индерелгән, тиҙҙән ҡабул ителергә тейеш, тип хәбәр итте урындағы киң мәғлүмәт саралары.
Документҡа ярашлы, мәктәп көндәлектәрендә һәм журналдарҙа йәнә «тырышлыҡ» графаһы барлыҡҡа килә, унда биш баллы шкала буйынса баһа ҡуйыла. Әгәр уҡыусы енәйәт йәки административ кодексты боҙған осраҡта, ошо графаға «1» баһаһы ҡуйыла, был иһә төп дәүләт имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда уҡыусының рейтингын төшөрә, тимәк, юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген кәметә.
Административ һәм енәйәт кодексын боҙған студенттарҙы, документ проектына ярашлы, насар тәртибе өсөн уҡыуҙан ҡыуыу планлаштырыла.
https://
www.bashinform.ru/news/1552258-stalo-izvestno-za-chto-budut-otchislyat-studentov-i-snizhat-bally-po-ege-v-bashkirii/
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит