ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2021, 19:07

Демография күтәрелһен

"Демография" милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ өлөшөн индереүе тураһында хәбәрҙе республика халҡы шатланып ҡабул итте. Үҙәк матбуғат сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, сабый дауаханан ата йортона юлланған. Уға матур исем дә ҡушҡандар...Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡортостан Башлығының ғаиләһе бәхетле мәл кисерә. Каринэ Хәбирова яңы тыуған сабыйы Тимер менән "Әсә һәм сабый" госпиталенән өйөнә ҡайтты.
Әсә үҙен яҡшы тоя, кәйефе күтәренке. Хәҙер республика етәксеһе Радий Фәрит улының ике ҡыҙы һәм ике улы бар. Ғаиләлә сабый тауышы - оло ҡыуаныс, бәләкәс Тимер ҙә бәхетле ғаиләлә, башҡорт еренә терәк булырҙай ил улы булып үҫһен.
Читайте нас: