Үҙәк матбуғат хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы ҡаты сикләүҙәр юҡҡа сығарыла, шулай ҙа битлек кейеү һәм 65 йәштән өлкәндәр өсөн изоляцияға ҡәтғи талап ҡала. Был - дөйөм иммунитетты булдырыу өсөн мотлаҡ сара.
Шул уҡ ваҡытта республикала төнгө клубтар, бар-ресторандарҙы асыу, дискотека, туйҙар уҙғарыу рөхсәт ителә. Кинозалдарға - 75%, ә урамдағы концерттарға 85 процентҡа тиклем билет һатырға мөмкин. Ә студенттар өсөн ысын күңелле студент тормошо башланды.