Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 14:11

Туҡмаҡ менән бала тәрбиәләмәйҙәр

Бар ине заманалар - уҡытыусыуға илаһи зат кеүек тәрән ихтирам менән ҡараған, һәр һүҙен закон булараҡ ҡабул иткән саҡтар… Ә бөгөн уҡытыусы менән һүҙ көрәштереү, тупаҫ ҡыланыу, дәрескә ҡамасаулау күп ваҡыт иғтибарһыҙ ҡала йә шелтә менән сикләнелә. Уҡытыусыны рәнйеткән үҫмерҙе аҡылға ултыртырға уйлаған ирҙе үҙен ултырталар... Ниндәй генә ғәҙелһеҙлек, һөмһөҙлөк, оятһыҙлыҡ булмаһын, уны йоҙроҡ менән хәл итергә ярамай, ҡануниәткә таяныу зарур.

Бар ине заманалар: уҡытыусыуға илаһи зат кеүек тәрән ихтирам менән ҡараған, һәр һүҙен закон булараҡ ҡабул иткән саҡтар… Ә бөгөн уҡыусы һәр яҡлап яҡлана, уҡытыусы менән һүҙ көрәштереү, тупаҫ ҡыланыу, дәрескә ҡамасаулау күп ваҡыт иғтибарһыҙ ҡала йә шелтә менән сикләнелә. Айырыуса үҫмерҙәр менән эшләгән педагогтарға бар яҡлап та оҫта, түҙемле, ә иң мөһиме, инде үҙен оло һанаған, әммә балаларса тиҫкәре уҡыусы йөрәгенә асҡыс табыу. Хәҙерге мәғлүмәтлелек заманында уҡытыусыға талап бик ҙур. Балалар мәғлүмәтле, шул уҡ ваҡытта кире йоғонто, агрессия тыуҙырғаны күп, улар аңы файҙалыһын сүп-сарҙан тулыһынса айырып бөтә алмай. Оло быуын менән ҡараштар тура килмәүе лә - тәбиғи хәл. Уҡытыусы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыу нигеҙендә һәр ике яҡтың мин-минлегенә тейеү, кәмһенеү, асыу тойғоһо ла тәрбиәлә көс ҡулланыуға сәбәп була алмай. Ниндәй генә ғәҙелһеҙлек, һөмһөҙлөк, оятһыҙлыҡ булмаһын, уны йоҙроҡ менән хәл итергә ярамай, ҡануниәткә таяныу зарур.
Баҡалы районында Иҫке Ҡорос ауылы мәктәбе уҡытыусыһы иренә етенсе класс уҡыусыһы дәрескә ҡамасаулауы, тыңламауы тураһында һөйләгән. Ире ҡатынын рәнйеткән үҫмерҙе аҡылға ултыртырға уйлаған, күрәһең, урамда осратҡас, маңлайына тондора.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ул сәләмәтлегенә еңелсә зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Ул үҙ ғәйебен таный һәм мировой суд 51 йәшлек иргә хөкөм сығара. Суд уҡытыусының ирен 240 сәғәтлек мәжбүри эштәргә хөкөм итә.
Ҡыҙыулыҡ менән ҡаш төҙәтәм тип, ҡаш сығарып ҡуймағыҙ, көс ҡулланып ғәҙеллек урынлаштырып булмай ул.
Читайте нас: