Конгэк
-6 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 20:00
Яңы транспорт почтаға бик кәрәк
Пандемияға бәйле курьер хеҙмәтенә ихтыяж артты, һәм был транспортты арттырыуҙа мохтажлыҡ тыуҙырҙы.
Башҡортостандағы почта автопаркы яңы КамАЗ һәм Форд машиналары менән тулыланды. Үткән йыл 80 почта автомобиле эште байтаҡҡа еңеләйтһә, биш Форд фургоны һәм өс КамАЗ бик урынлы һәм ваҡытлы бирелде. Пандемияға бәйле курьер хеҙмәтенә ихтыяж артты, һәм был транспортты арттырыуҙа мохтажлыҡ тыуҙырҙы. Бөгөнгә Башҡортостан буйынса почтаның автопаркында 466 автомобиль иҫәпләнә.
Яңы фургондар курьер хеҙмәтен башҡарһа, КамАЗ-дар республиканы Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән бәйләйәсәк, улар магистраль почта маршрутына сыға. Тәбиғи газ яғыулығында эшләүе яғыулыҡҡа сығымды 60 процентҡа тиклем кәметә, шулай уҡ экологияға ла әҙерәк зарар килтерелә.
Йыл аҙағына тиклем тағы ла 50 “Соболь” маркалы почта автомобиле алыу планлаштырыла.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит