Бөгөн 12 февраль (шаҡай), йома, йылдың 43-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 322 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 30-сы көнө. Ҡояш 08 сәғәт 42 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 17 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 9 сәғәт 35 минут.
Йөҙ йыллыҡ һуғыш: Орлеанды ҡамау осоронда инглиздәр француздарҙы Руврэ ауылы янындағы алышта еңә. Вокулёр ҡалаһы капитаны Робер де Бодрикурға Шампань һәм Лотарингия сигендәге Домреми ауылынан 17 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә һәм тап ул Орлеандан ҡамауҙы аласағын белдерә. Жанна д’Арк тарихы башлана (1429)
Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы: Сент-Олбанс янында икенсе һуғыш. Ланкастерҙар ғәскәре граф Уорик етәкселек иткән Йорктар ғәскәрен еңә һәм Уориктың тотҡоно булған король Генрих VI азат ителә (1461)
Имдин һуғышы: Квон Юл етәкселек иткән өс мең корея һалдаты Хэнджу ҡәлғәһе өсөн алышта 30 мең меңлек япон ғәскәрен ҡыйрата (1593)
Наполеон Бонапарт яңы енәйәт кодексын раҫлай, ул 1994 йылға тиклем ғәмәлдә була (1810)
Бостонда (АҠШ) резина галуштар һатыла башлай (1831)
Рәсәй империяһы закондары йыйынтығы баҫылып сыға (1833)
Мәскәү зоопаркы асыла (1864)
Донъяла тәүге автокатастрофа ҡорбаны: Генри Линдфильд үҙенең машинаһында һәләкәткә осрай (1898)
Тутанхамон фараондың мумияһын өҫкә сығаралар (1924)
«Йәншишмә» (элекке «Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») гәзите сыға башлай (1930)
Ауырыуҙарҙы дауалау өсөн пенициллин тәү тапҡыр уңышлы ҡулланыла (1941)
Байконур космодромын төҙөй башлау тураһында ҡарар ҡабул ителә (1955)
СССР-ҙа Сулпан планетаһы тарафына «Венера-1» автоматик планета-ара станцияһы осорола. Ул Сулпан янынан яҡын осоп үткән тәүге йыһан аппараты була (1961)
Тыуған көндәр. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир шағир, журналист, тәржемәсе Хөсәйен Ҡунаҡбай (1912—15.02.1943), Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов (1932—20.02.1977), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Сәмерханов Әмирхан Мирҡадам улы (1938), график һәм рәссам Шиһабутдинов Филарет Һаҙый улы (1947), йырсылар Роза Аҡкучукова (1950 – 08.02.2021), Радик Вәлмөхәмәтов (1966), ғалим-географ Псәнчин Айбулат Вәли улы (1967) һ.б.
????Халыҡ-ара никах агентлыҡтары көнө????????????????????
????Халыҡ-ара бала-һалдаттар көнө
????Дарвин көнө. Халыҡ-ара фән һәм гуманизм көнө ????????
????Интеллигент көнө ????
Бөгөн көнсығыш календары буйынса Ҡытайса ЯҢЫ ЙЫЛ – Сысҡан йылы эстафетаһын Үгеҙгә тапшыра.???????????? Буддаға табынғандар ҙа бөгөн Яңы йыл байрамын - Сагаалганды байрам итәләр???????????????? Бөгөнгө дата көҙгөләге кеүек сағыла: 12022021
Йома – үҙе ҙур байрам, иң хәйерле көндәрҙең береһе. Календарҙағы һәм күңелдәге байрамдар менән, дуҫтар!