ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Февраль 2021, 13:40

Был көн тарихта

Бөгөн 16 февраль (шаҡай), шишәмбе, йылдың 47-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 318 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 4 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 33 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 26 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 09 сәғәт 52 минут. Был көн тарихта.Пётр I «Тәхет вариҫлығы хаҡында ҡарар»ға ҡул ҡуя, уға ярашлы император вариҫын ололоҡ буйынса түгел, ә үҙ теләге буйынса билдәләй (1722)Верный ҡәлғәһенә нигеҙ һалына (1921 йылдан — Алматы, 1929—1997 йылдарҙа Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы, 1854)Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға ала (1918)Башҡорт Хөкүмәтенең 18 февралдән Совет власы яғына күсеүе тураһында положение ҡабул ителә (1919)Говард Картер Тутанхамондың кәшәнәһен аса (1923)Күмертауға ҡала статусы бирелә (1953)СССР-ҙа «Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы булдырыла (1957)Хейливилл ҡалаһында (Алабама штаты) АҠШ-та тәүге ҡотҡарыу хеҙмәте911 эшләй башлай (1968)СССР-ҙа Яр Саллылағы автомобиль заводында «КамАЗ» маркалы беренсе автомобиль эшләнә (1976)Тәүге компьютер электрон иғландар таҡтаһы — «BBS» эш башлай (1978)Башҡортостан ауыл хужалығы институты «дәүләт университеты» статусын ала (1993)Киото протоколы үҙ көсөнә инә, уның буйынса үҫешкән илдәр һәм баҙар иҡтисадына күсеү юлындағы илдәр атмосфераға парник газдарын сығарыуҙы кәметергә йәки тотороҡландырырға тейеш (2005) Тыуған көндәр. Тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Мирсәлих Биксурин (1819 —7.03.1903), комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Булат Ишемғол (1900—10.07.1938), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (1929—27.09.1996), шағир, драматург, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (1932—22.12.2002), йырсы Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (1937) һ.б. Һөнәри байрамдар:

Бөгөн 16 февраль (шаҡай), шишәмбе, йылдың 47-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 318 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 4 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 33 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 26 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 09 сәғәт 52 минут.
Был көн тарихта.
Пётр I «Тәхет вариҫлығы хаҡында ҡарар»ға ҡул ҡуя, уға ярашлы император вариҫын ололоҡ буйынса түгел, ә үҙ теләге буйынса билдәләй (1722)
Верный ҡәлғәһенә нигеҙ һалына (1921 йылдан — Алматы, 1929—1997 йылдарҙа Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы, 1854)
Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт мәркәз шураһы ағзаларын ҡулға ала (1918)
Башҡорт Хөкүмәтенең 18 февралдән Совет власы яғына күсеүе тураһында положение ҡабул ителә (1919)
Говард Картер Тутанхамондың кәшәнәһен аса (1923)
Күмертауға ҡала статусы бирелә (1953)
СССР-ҙа «Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы булдырыла (1957)
Хейливилл ҡалаһында (Алабама штаты) АҠШ-та тәүге ҡотҡарыу хеҙмәте
911 эшләй башлай (1968)
СССР-ҙа Яр Саллылағы автомобиль заводында «КамАЗ» маркалы беренсе автомобиль эшләнә (1976)
Тәүге компьютер электрон иғландар таҡтаһы — «BBS» эш башлай (1978)
Башҡортостан ауыл хужалығы институты «дәүләт университеты» статусын ала (1993)
Киото протоколы үҙ көсөнә инә, уның буйынса үҫешкән илдәр һәм баҙар иҡтисадына күсеү юлындағы илдәр атмосфераға парник газдарын сығарыуҙы кәметергә йәки тотороҡландырырға тейеш (2005)
Тыуған көндәр. Тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Мирсәлих Биксурин (1819 —7.03.1903), комсомол, партия һәм матбуғат эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Булат Ишемғол (1900—10.07.1938), дәүләт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист һәм яҙыусы Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы (1929—27.09.1996), шағир, драматург, журналист, йәмәғәт эшмәкәре Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улы (1932—22.12.2002), йырсы Солтанова Ғәлиә Кәлимулла ҡыҙы (1937) һ.б.
Һөнәри байрамдар:
Хәрби диңгеҙ флоты разведкаһы көнө ⚓
Рәсәй Минэнергоһының архив хеҙмәте көнө ????
Тәмлетамаҡтар өсөн:
Халыҡ-ара ҡоймаҡ көнө????????????
Һаулығын ҡайғыртыусылар һәм йылы яратыусылар өсөн: Быйма көнө
Яҙға 12 көн ҡалды! Шөкөр, быйма кейерлек һыуыҡтар бар! ⛄❄????Майлы ҡоймаҡтар ашарлыҡ һаулыҡ та булһын! Бөгөнгө байрамдар менән!
Читайте нас: