Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 19:05

Арғымаҡлы халыҡ беҙ

Тормош ауырлыҡтарына ҡаршы тора алмай, күңел төшөнкөлөгөнә, өмөтһөҙлөккә бирелеп ултырыр кешеләрме ни беҙ? Беҙ бит көслө халыҡ. “Арғымаҡ”лы халыҡ. Арғымаҡлы, тимәк, аңлы, рухлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы һәм ҡотло!

Көтмәгәндә танышым сирләп китте. Бармаған дауаханаһы, эсмәгән дарыуы ҡалманы, ә сире сигенергә уйламаны ла. Тамам аптырауға ҡалған был ханымдың әсәһе миңә шылтырата: «Ҡыҙым, бигерәк ауыр бит әле баламдың хәле. Ни ашауы, ни йоҡоһо юҡ. Йүнләп бер кем менән аралашмай. Ни эшләргә икән?»
Был ғаилә менән күптән таныш булһам да, донъя мәшәҡәтенән арына алмау сәбәпле, өйҙәрендә һуңғы тапҡыр ҡасан булғанымды аныҡ ҡына иҫләй ҙә алмайым. Аралашыуыбыҙ ҙа яйлап ҡына телефон бәйләнешенә ҡалып бара ине инде. Киттем хәлен белергә. Бығаса нур бөркөп торған донъяһы ҡотон юғалтҡан, шау сәскәнән торған тәҙрә төптәре бушап ҡалған, бығаса көләкәс, күҙҙәре үк көлөп торған танышымдың үҙен дә танырлыҡ түгел. Яурындары төшкән, бер туҡтауһыҙ уфтана, күп ваҡыт үҙ-үҙен ҡосаҡлап, билдәһеҙ нөктәгә ҡарап уйға бата, тормош мәғәнәһен юғалтҡаны күренеп тора.
Ул сәй әҙерләгән арала өҫтәл өҫтөндәге китаптарҙы аҡтарам. Луиза Хей, Наталия Правдина, Дейл Карнеги күренә. Кәштә тулы «Нисек бәхетле булырға?», «Үҙеңде тап!», «Үҙеңде ярат!» тигәнерәктәрен күреп баш сайҡайым. Аңланым шикелле мин уның ауырыуын. Күңел төшөнкөлөгө йәки заманса итеп әйткәндә, депрессия тип атала ул сир. Күп кенә тетрәнеүҙәр кисерергә тура килгәйне шул үҙенә, шулар эҙһеҙ үтмәгән, күрәһең, һаулығында сағылыш тапҡан.
- Ярҙам итәме?
Был һорауымдан танышым ҡыйынһынып, башын ситкә бора.
- Юҡ шул. Күпме аҡсамды һыуға һалдым, ваҡытымды әрәм иттем, ә файҙаһы юҡ. Тәфсирләп, матур итеп яҙылған, тик унда яҙылғандар миңә барып етмәй. Был китаптарҙа аҙым һайын үҙеңде ярат, ошо минуттан алып тормошоңдо үҙгәрт, тигәнерәк һүҙҙәр осрай. Тик...
- Тик үҙеңде ярат тигәнгә генә ярата башлап булмаймы? - Был һорауым менән саҡ ҡына булһа ла уның кәйефен күтәргем килә. Унан кире, студент саҡта Дейл Карнегиҙың китаптарын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыныҡ, һуңынан, оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, төрлө сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда, үҙем дә Хей менән Правдинанан ярҙам эҙләгәнем булды. Уларҙың ана шул «Һин - берҙән-бер!», «Бөтә донъя - һинеке!» кеүегерәк һүҙҙәре башта әйләнһә лә, төпкө аңға, күңелгә барып етмәүен аңлап, башҡаса ул китаптарға үрелмәнем. Әллә улар русса яҙылғанға аңламайыммы тигән уйҙар ҙа баштан үткеләне. Юҡ, урыҫ телен белмәгәнгә түгел, ә беҙҙең уйҙарыбыҙ барыбер иң тәүҙә башҡортса, үҙ телебеҙҙә тыуа бит, шуға күрә лә психология буйынса тап башҡортса яҙылған йәки тәржемәләнгән китап эҙләнем. Тик ул табылманы.
Байтаҡ ваҡыттан һуң ғына ҡулыма Мәрйәм апай Бураҡаеваның «Арғымағы» килеп эләкте. Уның йөкмәткеһен белмәһәм дә, бары тик Мәрйәм апайҙыҡы булғаны өсөн генә күтәреп ҡайтҡайным китапхананан. Мәктәп йылдарында уҡыған «Тормош һабаҡтары» өйөмдә әле лә һаҡлана.
«Арғымаҡ»тың беренсе битендә яҙылған: «Туғаным! Минең йәштәшемме, әллә балам йәшендәһеңме...» тигән һүҙҙәрҙе үҙемде аңлаған, яратҡан иң яҡын кешемдән ишеткәндәй булғайным. Иҫемдә, ул көндө мин бер ҡайҙа ла сыҡманым, берәү менән дә аралашманым, хатта ашауымды онотоп, китапҡа сумдым. «Арғымаҡ» ты уҡый барам, күңелем имләнә, донъям бөтәйә бара. Ул бит шундай ябай, аңлайышлы телдә яҙылған, авторҙың үҙе менән һөйләшеп ултырғандай булаһың. Тормоштағы һәр осраҡҡа, хәл-ваҡиғаға ҡарата бирелгән кәңәштәре ҡайһылай урынлы! Хәҙер күп ваҡыт һорауҙарыма яуап таба алмай юғалып ҡалырлыҡ мәлдәрҙә, ярай, ана Мәрйәм апай шулай тип өйрәткән бит, ул үҙе күп ауырлыҡты сабырлыҡ, аҡыл менән еңгән, йә, киреһенсә, кәрәк саҡта һүҙен йомоп ҡалмаған, тип күңелемде урынына ултыртам, уйҙарҙы ыңғай көйләй һалам. «Арғымаҡ» күптән инде минең өҫтәл китабыма әйләнде.
Ошоларҙы иҫләп, икенсе юлы танышыма ла «Арғымаҡ»ты алып барҙым. Бер-ике көндән үҙе шылтырата:
- Китаптың тәүге битендәге: « Туғаным! Дауылдарҙа, бурандарҙа юлдан яҙлығып аҙашҡан кеше кеүек, аптыранып, үҙеңә тынысланыр урын таба алмай йөрөгәнеңдә...» тигән һүҙҙәрҙе уҡығас ҡысҡырып илап ебәрҙем. Юғиһә, бәғерем ҡатып илай ҙа алмай башлағайным бит, - ти. -Әйтерһең дә, автор минең кисерештәремде белеп, йәнемде имләргә тырыша. Минең күптән берәй аҡыллы кеше менән һөйләшеп, уның кәңәштәрен ишеткем килә ине. Авторҙың үҙе менән ошо китап аша аралаштым, күп һорауыма яуап таптым. Һиңә лә ҙур рәхмәт, был китаптың барлығын да белмәй йәшәгәнмен, юғиһә.
Был шылтыратыуҙан еңеллек кисерҙем үҙем. Танышымдың һауығырына ныҡлы ышандым. Кем белә, бәлки, арабыҙҙа тап уның кеүек хәсрәт кисереүселәр, кәрәк кенә һүҙ көткәндәр барҙыр? Минең кәңәшем шул: һәр кем «Арғымаҡ» ты уҡып сыҡһын ине, сөнки беҙ тәү сиратта үҙебеҙҙе аңларға, күңелебеҙҙе үҫтерергә, рухыбыҙҙы нығытырға, ҡотобоҙҙо һаҡларға өйрәнергә тейешбеҙ. Шул саҡта ғына телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡала алырбыҙ. Аңлы, аҡыллы, рухлы балалар үҫтерербеҙ. Тормош ауырлыҡтарына ҡаршы тора алмай, күңел төшөнкөлөгөнә, өмөтһөҙлөккә бирелеп ултырыр кешеләрме ни беҙ? Беҙ бит көслө халыҡ. “Арғымаҡ”лы халыҡ. Арғымаҡлы, тимәк, аңлы, рухлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы һәм ҡотло!
Читайте нас: