Таныштарымдың 20 генә йәшлек улдары донъя менән араһын өҙҙө кисә. Алсаҡ, шарран асыҡ күңелле егеттең үкенесле үлемен (хәйер, үлемдең үкенесһеҙе бармы!?) бер нисек тә аңлай ҙа, аңлата ла алмайым. Уны үҫтергән, уҡытҡан, балалары өсөн йән атып торған, хәҙер килеп ғүмерлек ғазапҡа ҡалған ата-әсәнең кисерештәрен үҙ йөрәгем аша үткәрҙем. Мәңге уңалмаҫ яра был! Мәңге килешмәҫлек юғалтыу!
Байтаҡ ваҡыт телефондың теге осонда үкһеп илаған ҡыҙымды тынысландыра алмай бер булдым. Уның "Ни эшләп?", "Ни өсөн?" тигән һорауҙарына яуап бирә алманым, улар төн буйы үҙемдең мейемде быраулап сыҡты.
Был тормоштоң бер генә проблемаһы ла кеше ғүмере хаҡы тормай. Үлем алдында бөтә нәмә лә көсһөҙ, бөтә нәмә лә сүп кенә ул! Хатта ошо донъя үҙе лә...