ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2021, 12:40

Көнүҙәк мәсьәлә

Ватсаптан көн һайын йөҙәрләгән хәбәр килә. Бигерәк тә бер ай эшләп, икенсеһен ял иткән класташым әүҙем унда. Ул күберәк Тик Токта ултыра һәм төрлө видеороликтарҙы ҡаплап-пачкалап ебәрә. Ҡайһы берҙәрен ҡарап та тормай, юйҙырам, форсат булғанда ҡайһыларына күҙ йүгертеп сығам.Февраль аҙаҡтарында бер нисә ролик иғтибарҙы йәлеп итте.

Ватсаптан көн һайын йөҙәрләгән хәбәр килә. Бигерәк тә бер ай эшләп, икенсеһен ял иткән класташым әүҙем унда. Ул күберәк Тик Токта ултыра һәм төрлө видеороликтарҙы ҡаплап-пачкалап ебәрә. Ҡайһы берҙәрен ҡарап та тормай, юйҙырам, форсат булғанда ҡайһыларына күҙ йүгертеп сығам.
Февраль аҙаҡтарында бер нисә ролик иғтибарҙы йәлеп итте. Уларҙың береһе Краснодар крайында төшөрөлгән. Дөрөҫөрәге, ул күперҙәге видеокүҙәтеү камераһында теркәлгән. Икенсеһен уҡыусы ҡыҙ үҙен үҙе төшөргән. Өсөнсөһөндә үҫмер бөтә ер шарына билдәле булыу алымдары тураһында һөйләй. Өс ролик та йәштәрҙең фани донъя менән араларын өҙөргә теләүе хаҡында , һуңғы икәүһендә балалар тиҙҙән үҙҙәренә ҡул һалырға йыйыныуҙары хаҡында “маҡтана” ине. Бер үк датаны улар осраҡлы ғына һайламаған. Туғыҙ йыл элек Мәскәүҙә бер үҫмерҙең вафат булған датаһына тура килтергән улар. Балиғ булмағандарҙы суицидҡа этәргән йөҙәрләгән мең ҡарау (просмотр) йыйған ошондай материалдар барлыҡҡа килгәс, илебеҙ баш ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларының ата-әсәләре Рәсәйҙең Тикшереү комитетына мөрәжәғәт итә. Уның һөҙөмтәһендә ойошторолған тикшереүҙән һуң Роскомнадзор 400-ҙән ашыу материалды ҡарауҙы сикләүе хаҡында белдерҙе.
Ғөмүмән, ТикТокта, шулай уҡ Инстаграмда, Твиттерҙа балаларҙы, үҫмерҙәрҙе рөхсәт ителмәгән төрлө акцияларға, митингыларға, суицидҡа саҡырған роликтарға кисекмәҫтән кәртә ҡуйыу – бөгөн көнүҙәк мәсьәлә. Күптән түгел РФ Президенты Владимир Путин “Беҙ бергә” тип аталған бөтә Рәсәй ярҙам акцияһында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа социаль селтәрҙәрҙә балаларҙы үҙ үҙенә ҡул һалырға этәргән һәм законһыҙ акцияларҙа ҡатнашырға саҡырғандарға ҡарата бик ҡаты әйтте. “Ублюдок такой там сидит, понимаете, букашка, раздавить его не жалко”, - тине.
“Йәш кенә ҡыҙҙы йәки үҫмерҙе суицидҡа этәреп Интернетта ултырғанда ғына Рэмбо кеүек ҡылана улар. Полиция килеү менән тура мәғәнәһендә, “ыштанына һала”, - тип белдерҙе.
Президент билдәләүенсә, бындай эш менән шөғөлләнеүселәр үҙ эшенән килем дә ала. Улар балаларҙы үҙенә ҡул һалырға һәм рөхсәт ителмәгән митингыларға ғына саҡырмайҙар, ә балалар порнографияһын да тараталар, наркотик та рекламайҙар.
Эйе, Интернет беҙҙең тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Шуға күрә ул юридик ҡағиҙәләргә генә түгел, ә йәмғиәттең мораль ҡанундарына ла яраҡлы булырға тейеш. Әле бындай йөкмәткеле видеоларҙың күбеһенә блок ҡуйылған. Әммә, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк кеүек, уларҙың яңынан-яңыһы сығып тора. Шуға күрә балағыҙға ни тиклем ышанһағыҙ ҙа, телефонын, социаль селтәрҙә кем менән аралашҡанын контролдә тоторға кәрәк. Уларҙың буш ваҡытын дөрөҫ ойоштороу, секцияларға, түңәрәктәргә йөрөүен тәьмин итеү, күберәк аралашыу, ял һәм каникулды бергә үткәреү, төрлө теманы уртаға һалып, йәшермәй һөйләшеү, уны һөйөү, иғтибар менән уратыу күп бәләләрҙән һаҡлап алып ҡалыр.
Читайте нас: