Ҡәҙерле гүзәл заттар! Тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән иң матур байрамдарҙың береһе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Бөгөнгө буранлы көндөң йылылығы, аҡлығы, сафлығы ла, унан һуң һис шикһеҙ балҡыясаҡ бар донъяны йылытҡан, бар тереклеккә ғүмер бүләк иткән яҙғы ҡояш та ҡатын-ҡыҙҙың булмышын сағылдыра кеүек. Һеҙҙең яғымлы йылмайыуығыҙ менән яҡтыртылған, хәстәрегеҙгә сорналған тормош ҡына йәшәү мәғәнәһенә, илһам көсөнә эйә. Быуаттар буйына ҡатын-ҡыҙҙың гүзәл һәм серле образы меңәрләгән әҫәрҙәрҙә сағылыш тапҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта ниҙер әйтелеп бөтөлмәгән кеүек тойола. Был мәңгегә шулай буласаҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙан да серлерәк, илаһираҡ зат юҡ. Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Тормошоғоҙ шатлыҡ менән тулы булһын. Яҡын кешеләрегеҙ ҡәҙерегеҙҙе белеп йәшәһен. Барлыҡ изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Иң изге теләктәр менән көнгәктәр.