Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2021, 09:20

Бөгөн - бөтә донья социаль селтәрҙәр көнө.

һеҙ булғанға беҙ бар, төркөмдәштәр! Киләсәктә лә бергә ҡалайыҡ! Беҙгә яңылыҡтарығыҙҙы, шатлыҡлы һәм борсоулы хәбәрҙәрегеҙҙе (һуңғылары аҙыраҡ булһын) ебәреп тороғоҙ һәм һәр ваҡыт ОНЛАЙН булығыҙ!

Онлайн
(шаярыу ҡатыш)

Ул иртән дә онлайн,
Ул кисен дә онлайн.
Телефондан уны ҡарап,
Эшемә гел һуңлайым.

Көндөҙ ҙә ул онлайн,
Төндә лә ул онлайн.
Их, өҙөлөп һөйәм уны,
Тик әйтергә ҡыймайым.

Ҡабатлана көн һайын:
Бер уңмағас уңмай(һ)ың,
Кем менәндер онлайн –
Бәхетлелер, моғайын...

Кем менәндер, белмәйем,
Ҡолаҡҡа ла элмәйем.
Ул яратмай, аңлайым,
Тик артынан ҡалмайым.

Хыялдарҙы ялғайым –
Булһын бары онлайн,
Мин бит ерҙә бер минут та
Унһыҙ тора алмайым.

Онлайн!!! (Зөлфиә Ханнанова)
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: