Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Хызыровтар ғаиләһендә һирәк осраған күренеш тураһында "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Бәпестәр 33 аҙналыҡ булып, 27 май көнө яҡты донъяға килгән. Ошо көнгә тиклем улар табиптар күҙәтеүендә булған, тейешле ауырлыҡҡа еткерелгән. 7 июлдә Республика клиник перинаталь үҙәге хеҙмәткәрҙәре Белорет районының Абҙаҡ ауылынан өс игеҙәк тапҡан бәхетле әсә 38 йәшлек Хызырова Нәзилә Урал ҡыҙын өйөнә оҙаталар. Тәбиғи ауырға ҡалған әсә операция ярҙамында 1,9 кг-лыҡ ике малай һәм 1,5 кг ауырлыҡта ҡыҙ бала таба. Өйҙә яңы тыуған сабыйҙарҙы өлкән туғандары - 14 , 9 йәшлек апайҙары һәм 13 йәшлек ағай көтә. Күп балалы әсә үҙен яҡшы тоя, әле уға сабыйҙарҙың өләсәһе ярҙамлаша. Фото: bashinform.ru