Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2021, 00:12

Округта иң татыу ғаилә Ишембайҙан

Волга буйында үткәрелгән ҙур конкурс еңеүселәре Ишембайҙан Исмәғилевтәр ғаиләһе VI Бөтә донъя фольклориадаһында ла уңышлы сығыш яһаны.Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Демография” милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең көнкүреш сифатын яҡшыртыу һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла. Волга буйында үткәрелгән ҙур конкурс еңеүселәре Ишембайҙан Исмәғилевтәр ғаиләһе VI Бөтә донъя фольклориадаһында ла уңышлы сығыш яһаны. Чебоксар ҡалаһында “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурс-фестивалендә Исмәғилевтәр "Иң татыу ғаилә" булып танылды. Гөлфәйрүз һәм Ишбулды Исмәғилевтәр Ишембай районында йәшәй, 20 йыл инде ҡарауһыҙ ҡалған балаларға күңел йылыһын өләшә. Бөгөн уларҙың ҙур ғаиләһендә туғыҙ бала тәрбиәләнә. Өлкәндәренән дүртәүһе хәҙер үҙҙәре ғаиләле инде, бына тигән донъялары, сабыйҙары бар. Ата-әсә бөтә балаларына ла яҡшы тәрбиә бирергә, лайыҡлы итеп оло тормош юлына сығарырға тырыша. Исмәғилевтәрҙең һәр береһе – талант эйәһе, VI Бөтә донъя фольклориадаһында ла уңышлы сығыш яһанылар. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: