Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2021, 14:10

Шатлыҡ менән уртаҡлашһаң, ырыҫ арта

Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы осоронда “Көнгәк” гәзите хеҙмәткәрҙәре ойошторған лотерея бүләктәре хужаларына юллана. Төп призыбыҙ - тоҡомло быҙауҙы  алыр өсөн фермер Ғүмәр Иҫәновтың хужалығына, Әбет ауылына барырға сыҡтыҡ. Ер эшсәндәре бер аҙ тын алһын тигәндәй, һибәләп ямғыр яуа, тәбиғәт тә быҙау отҡан гәзит уҡыусыбыҙ Гөлнур Семенованың шатлығын уртаҡлаша кеүек.

Шатлыҡ менән уртаҡлашһаң, ырыҫ арта
Шатлыҡ менән уртаҡлашһаң, ырыҫ арта

Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу кампанияһы осоронда “Көнгәк” гәзите хеҙмәткәрҙәре ойошторған лотерея бүләктәре хужаларына юллана.

Төп призыбыҙ - тоҡомло быҙауҙы  алыр өсөн фермер Ғүмәр Иҫәновтың хужалығына, Әбет ауылына барырға сыҡтыҡ. Ер эшсәндәре бер аҙ тын алһын тигәндәй, һибәләп ямғыр яуа, тәбиғәт тә быҙау отҡан гәзит уҡыусыбыҙ Гөлнур Семенованың шатлығын уртаҡлаша кеүек.

Ғүмәр Зинур улы: “Бөгөнгә 200 гектар ерҙе эшкәртәбеҙ. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнәбеҙ. Үҙ көсөбөҙ менән иген келәте төҙөлөшөн тамамлап киләбеҙ.  Ужым культураларын сәсер алдынан ерҙең дымға туйыныуы бик мәслихәт”, - тип хужалыҡтың эш барышы менән таныштыра.

 Милләт, тел өсөн янып-көйөп йәшәгән изгелекле яҡташыбыҙ мохтаждарға йыш хәйриә ярҙамы ойоштора. “Мәләүез ҡалаһы һәм районында башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫманың тиражын арттырыр өсөн тырышырға кәрәк, милләтәштәрем”, - ти гәзитебеҙгә яҙылыу кампанияһында бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Ғүмәр Зинур улы.

Гөлнур Семенова:

  • Гәзит-журналдарҙы һәр саҡ алдырабыҙ. Улар араһында иң яратҡаны - “Көнгәк” гәзите. Беҙҙең ғаиләбеҙгә бәхет йылмайҙы: супер бүләккә быҙау оттоҡ. Редакция хеҙмәткәрҙәренә, мөхәррир Әлиә Әмироваға ҙур рәхмәт. Эштәрендә ижади уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҙур приз отҡан Гөлнур Мәрхәмитдин ҡыҙы фермерға үҙ нәүбәтендә балалар өсөн яҙылған“Биҙәкле бағана” исемле китабын бүләк итте.

Шатлыҡ менән уртаҡлашһаң, ырыҫ арта
Шатлыҡ менән уртаҡлашһаң, ырыҫ арта
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: