Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Август 2021, 11:12

Көнүҙәктә - юлдар

Һуңғы йылдарҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проекты буйынса республикала юлдар яңыртыла, төҙөлә, киңәйтелә. Әммә был мәсьәлә буйынса һорауҙар бер ваҡытта ла кәмемәй. Мәләүез районында ла был йүнәлештә эш алып барылһа ла, хәл итәһе проблема етерлек. Мәҫәлән, Йәштәр (Молодежный) биҫтәһендә инде бер быуын балалар үҫеп сығып китте, балалар баҡсаһы, мәктәп юҡ, шулай булғас, ҡалаға йөрөргә кәрәк, тротуар шулай уҡ юҡ, ә юлдар… ултырып иларлыҡ. Йәйәү йөрөгәндәр саң йотоп, транспорттан тапала яҙып йөрөүе күпмегә һуҙылыр, асфальт ҡасан йәйелер икән? Балалар, үҫмерҙәргә хәүефһеҙ тротуарҙан йөрөү бәхете ҡасан тейер? Фото. ВК селтәренән.

Көнүҙәктә - юлдар
Көнүҙәктә - юлдар

Район-ҡалала төҙөкләндереү эштәре киң йәйелдерелгән, милли проекттар тормошҡа ашырыла. Ҡаланан химия заводы яғына юлдар ремонтланды. Туғайлы биҫтәһендә “Көнбағыш” магазины, балалар майҙансығы һәм туҡталыш буйындағы автомобиль юлына асфальт түшәлә.     15 сентябргә тиклем Ауыл хужалығы урамынан Б.Бикбай урамына тиклем ара төҙөкләндереү планлаштырыла.

Фото: ВК селтәренән.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: