Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2021, 16:29

Башлыҡ тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, урамдарҙы төҙөкләндереүгә лә иғтибар бүлә — Башҡорт ҡоролтайы

Башҡортостан Башлығы Башлығы Радий Хәбиров 8 сентябрҙә тура бәйләнеш ваҡытында милләттәштәребеҙҙең онотолған исемдәрен халыҡҡа кире ҡайтарыу һәм уларға ихтирам күрһәтеү кәрәклеге хаҡында әйтте

Башлыҡ тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, урамдарҙы төҙөкләндереүгә лә иғтибар бүлә — Башҡорт ҡоролтайы

Альбанов музейы бар, пландарҙа — Шаляпин музейын булдырыу. Республика етәксеһе Өфөлә яҙыусы Сергей Довлатов исемендәге мәҙәни объект асырға вәғәҙәләне.  112-се Башҡорт атлы дивизияһының легендар генералы Миңлеғәле Шайморатов тураһында хәтер тергеҙелде. Ил президенты Владимир Путин ярҙамы менән ул үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, кинорежиссер Булат Йосопов башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең онотолған исемдәрен кире ҡайтарыуға үҙ фекерен әйтте.

— Республика етәксеһе Радий Хәбировтың онотолған исемдәрҙе кире ҡайтарыу идеяларын дөрөҫ һәм мөһим тип иҫәпләйем. Беҙҙә Башҡортостанға һәм уның күп милләтле халҡына хеҙмәт итеү өлгөләре булырға тейеш. Генерал Шайморатов, Таһир Күсимов, Муллайән Халиҡов, Кәрим Хәкимов һәм башҡаларҙың өлгөләре ысын мәғәнәһендә мөһим! Ошо маҡсаттар өсөн спектаклдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт — аңлы һәм яуаплы гражданин тәрбиәләүҙең иң яҡшы ҡоралдары. Республика Башлығының тарихтың һәм мәҙәниәттең тәрән бәйләнешенең мөһимлеген  күреүе бик ҡыуаныслы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова ла Радий Хәбиров ҡатнашҡан тура бәйләнеш хаҡында фекере менән уртаҡлашты.

— Бик ентекле һөйләшеү килеп сыҡты, шул иҫәптән йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү темаһына ла. Был, тәү сиратта, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу», «Башҡорт ихаталары» программалары тураһында. Радий Фәрит улына Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенә, атап әйткәндә, Максим Рыльский урамын төҙөкләндереүгә бәйле һорау бирҙем. Башлыҡтың яуабы ҡыуандырҙы. Урамды Ҡашҡаҙанда эштәр тамамланғандан һуң ремонтлай башлайҙар. Әйткәндәй, республикала яңыртылған биләмәләрҙең, подъездарҙың шундай күп булғаны юҡ ине. Әлбиттә, әлеге йүнәлеш артабан да үҫешер, сөнки был – халыҡтың һорауы.

Башлыҡ тарихҡа ла, мәҙәниәткә лә, урамдарҙы төҙөкләндереүгә лә иғтибар бүлә — Башҡорт ҡоролтайы
Автор:Лена Абдрахманова