Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2021, 15:30

8 декабрь – Халыҡ-ара рәссамдар көнө

Был көн 2007 йылдан алып билдәләнә. Ә әҙәм балаһы үҙен белгәндән алып һүрәт төшөрә. Миҫалға, нисәмә быуат элек Шүлгәнташ мәмерйәһендә ташҡа һүрәт төшөргәндәр, ә беҙ бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған рәсемгә ҡарап һоҡланабыҙ. Һүрәт эшләү оҫталығын ниндәйҙер мөғжизә менән бәйләргә мөмкин. Сөнки ул һәр кемдең ҡулынан килмәй! Ҡулдарына ҡылҡәләм алып, донъя матурлығын күрә белеүселәрҙе бөгөн байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Таныш булығыҙ: Мәләүез районы ерлегендә ижад иткән яҡташыбыҙ, “Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы” ағзаһы (тыумышы менән ул Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылынан) Владимир Иванович Калабухов. Уның картиналары Ырымбурҙа, Өфөлә, Орск, Магнитогорск, Златоуст, Белорет, Санкт-Петербург ҡалаларында күргәҙмәләрҙә ҡуйылған. Һеҙ тағы ниндәй яҡташ рәссамдарҙы беләһегеҙ, кемдәрҙең эше менән яҡшы танышһығыҙ?

8 декабрь – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
8 декабрь – Халыҡ-ара рәссамдар көнө

Был көн  2007 йылдан алып билдәләнә. Ә әҙәм балаһы үҙен белгәндән алып һүрәт төшөрә. Миҫалға, нисәмә быуат элек Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ташҡа һүрәт төшөргәндәр, ә беҙ бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған рәсемгә ҡарап һоҡланабыҙ. . Һүрәт эшләү оҫталығын ниндәйҙер мөғжизә менән бәйләргә мөмкин. Сөнки ул һәр кемдең ҡулынан килмәй! Ҡулдарына ҡылҡәләм алып, донъя матурлығын күрә белеүселәрҙе  бөгөн байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Таныш булығыҙ: Мәләүез районы ерлегендә ижад иткән яҡташыбыҙ, “Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы” ағзаһы (тыумышы менән ул Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылынан) Владимир Иванович Калабухов. Уның картиналары Ырымбурҙа, Өфөлә, Орск, Магнитогорск, Златоуст, Белорет, Санкт-Петербург ҡалаларында күргәҙмәләрҙә ҡуйылған.

Һеҙ тағы  ниндәй яҡташ рәссамдарҙы беләһегеҙ, кемдәрҙең эше менән яҡшы танышһығыҙ?

8 декабрь – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
8 декабрь – Халыҡ-ара рәссамдар көнө
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: