Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март 2022, 15:35

Байрам менән, гүзәл заттар!

Динебеҙ әсәләрҙе ныҡ хөрмәтләй. “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән хәҙис барыбыҙға таныш. “Кемде нығыраҡ хөрмәт итергә тейешбеҙ?” тигән һорауға Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) өс тапҡыр “Әсәйеңде” тип әйткән.

Байрам менән, гүзәл заттар!
Байрам менән, гүзәл заттар!

Рәфис САФИН, ҡаланың 2666-сы мәхәлләһе имам-хатибы:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Хөрмәтле Ҡәрҙәштәр, “Көнгәк” гәзите уҡыусылары! Көн менән төндө алмаштырыусы, Ер һәм Күкте барлыҡҡа килтереүсе Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән һалҡын ҡыш тамамланып, матур яҙ айы – март етә. Хәйерле, шатлыҡ-ҡыуанысҡа тулы булһын был миҙгел. Ислам динендә изге байрамдар күп, уларҙы Аллаһы Тәғәләнең мөхәббәтенә, ризалығына ирешә торған ғәмәлдәр ҡылып, Раббыбыҙға тағы ла яҡынаябыҙ ин шә Аллаһ. Дәүләтле илдә йәшәгәнгә күрә хөкүмәт айрамдары ла беҙҙең тормошҡа үтеп ингән. Шуларҙың береһе – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ир заты йылына бер тапҡыр гүзәл затты гөлләмә, затлы бүләк менән тәбрикләй. Аҙаҡ инде ир-егеттәр ғүмерлек хәләл ефетен, әсәһен, ҡыҙ балаһын тағы ла бер календарь йылына онотоп тора. Ни өсөн? Сөнки был донъяуи байрам ваҡытлыса ғына.
Аллаһы Тәғәлә атабыҙ Әҙәмгә инәбеҙ Һауаны мәңгелеккә тормош иптәше итеп биргән. Донъялыҡта берәй кешенән бүләк алһаҡ шул тиклем шатланабыҙ, һаҡлап, юғары урынға ҡуябыҙ, ә Аллаһы Тәғәләнең бүләге һаналған ҡатын-ҡыҙҙарҙы беҙ, ир-егеттәр, бик ҡәҙерләмәйбеҙ. Исламда ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да хоҡуҡтары тигеҙ. Аллаһ алдында һәр ҡайһыбыҙ үҙ ғәмәлдәре өсөн яуап тотасаҡ. Динебеҙҙә гүзәл заттарға оло ихтирам күрһәтелә. Ҡөрьәндә “Ҡатындар” сүрәһе бар. Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) исламды ҡабул иткәс, уға беренсе булып ҡатыны Хәҙисә ышана һәм динде ҡабул итә, рәсүлебеҙ артына баҫып, намаҙ уҡый. Мәккә ҡалаһы урынына тәүгеләрҙән булып Ибраһим пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәжәр төйәкләнә. Динебеҙ әсәләрҙе ныҡ хөрмәтләй. “Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тигән хәҙис барыбыҙға таныш. “Кемде нығыраҡ хөрмәт итергә тейешбеҙ?” тигән һорауға Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) өс тапҡыр “Әсәйеңде” тип әйткән.
Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар тәүфиҡлы, юғары әҙәпле, әхлаҡлы, тыйнаҡ, сәсе яулыҡ менән ҡаплаулы, буй-һыны белендермәгән кейем кейгән, таҙа, бөхтә булырға тейеш. Улар өсөн ҡағиҙәләр бик күп. Гүзәл заттар һәр өлкәлә бик әүҙем: ғилем донъяһында, медицина, мәғариф эшендә, йәмәғәт тормошонда.
Байрам мөбәрәк булһын, хеҙмәтегеҙ юғары баһаланһын, ил тыныслығында, ғаилә татыулығында, өлфәт мәхәббәтле хәйерле ғүмер кисерергә яҙһын, хөрмәтле илаһи заттар! Аллаһы Тәғәлә изгелектәрегеҙҙе ҡабул итһен. Әмин.

Байрам менән, гүзәл заттар!
Байрам менән, гүзәл заттар!
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: