Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь 2022, 17:15

Һәр һалдат яҡташының йөрәк йылыһын тойһон

"Хәрби туғанлыҡ" йәмәғәт ойошмаһы һеҙҙең ярҙамды ҡабул итергә әҙер. Уларҙың адресы: 31-се биҫтә, 3-сө йорт. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-927-637-45-53 (Волков Юрий Александрович), 8-996-400-25-38 (Нурасов Рөстәм Ғәли улы)

Һәр һалдат яҡташының йөрәк йылыһын тойһон
Һәр һалдат яҡташының йөрәк йылыһын тойһон

Мәләүездәрҙең изгелеккә һәм мәрхәмәтлеккә ҡоролған бер генә саранан да ситтә ҡалғаны юҡ. Улар һәр ваҡыт мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға, үҙ йөрәк йылыһы менән бүлешергә әҙер. 

Бөгөн киң, изге күңелле яҡташтарыбыҙ мобилизациялағы һәм Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ хаҡында хәстәрлек күрә. Миһырбанлы кешеләр ирекмәндәр штабына, йәмәғәт ойошмаларына кәрәкле әйберҙәр килтереүен дауам итә. Һалдаттарға ярҙам итергә теләгәндәр араһында битараф булмаған төрлө йәштәге кешеләр, шәхси эшҡыуарҙар, предприятиелар һәм ойошмалар вәкилдәре генә түгел, хатта балалар ҙа бар. Кескәй яҡташтарыбыҙҙың хәрбиҙәргә яҙған хаттарын күҙ йәштәрһеҙ уҡыу мөмкин түгел. Ҡағыҙға өмөт һәм ышаныс булып төшкән изге теләктәр, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре аша уларҙың һәр ҡайһыһы бөгөн Тыуған ил именлеге һағындағы һалдатҡа өндәшә. Балалар гуманитар ярҙам ойоштороу пункттарына үҙҙәренең йыйған аҡсаларына тиклем күтәреп килә икән. Бындай күренеш тураһында ишеткәс, күҙҙәргә йәш йыйылды, ә күңелдә сикһеҙ ғорурлыҡ хисе барлыҡҡа килде. Бына ҡайҙа ул илһөйәрлек тойғоһо! Бына ниндәй ул беҙҙең балаларыбыҙ! Уларҙың ҡағыҙ битенә төшкән рәсемдәре һәм шиғырҙары ла хәрбиҙәргә рух һәм көс өҫтәр өсөн ижад ителгән. Үҙенә таныш булмаған һалдатҡа яҙылһа ла, өсмөйөшлө хаттарға иң яҡын кешеңә генә әйтелер һүҙҙәр һыйған. Ошондай илһөйәр, оло йөрәкле, изге йәнле сабыйҙар тәрбиәләгән ата-әсәнең һәр ҡайһыһына рәхмәт һүҙҙәре барып етһен ине!

Райондың «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә, Мәләүез халҡының берҙәмлеге тап ошондай ваҡыттарҙа тағы ла нығыраҡ беленә. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙҙе уртаҡ хәсрәт берләштерә, әммә күмәкләп йыйған ярҙамыбыҙ, теләгән теләктәребеҙ, аҡ өмөттәребеҙ ҙә яҡташтарҙы бер ғаилә итеп туплай һәм ил һағындағылар ҙа быны тоялыр. Хәрби яҡташтарыбыҙға кәрәк йылы кейем-һалым, дарыуҙар, шәхси гигиена әйберҙәре, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тупланмаһы йыйыла гуманитар ярҙам пункттарында. Хәрбиҙәргә шулай уҡ башҡорт балы ла ебәреләсәк. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр уны күнәкләп кенә түгел, ҙур мискәләргә һалып килтерә.

Район-ҡала предприятие һәм ойошмалары ла саранан ситтә ҡалмай, уларҙың мәрхәмәтлеккә индерелгән өлөшө бик ҙур.

 Күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын ҡушып бейәләй-ойоҡбаш бәйләгән оло инәйҙәр шиғырҙар, доғалар ҙа яҙып ҡалдыра.

Үҙенең яҡын кешеһенә тәғәйенләп әҙерләнгән посылкалар ҙа байтаҡ, уларға исем-шәрифтәр баҫылып билдәләнгән. Тыуған яҡтарынан өй йылыһын, яҡын кешеләренең һөйөүен илткән ихлас сәләмдәр яҡташтарыбыҙҙың рухын нығытһын, ихтыяр көсөн һәм ышанысын  арттырһын ине.

Армия хеҙмәтенән әйләнеп ҡайтҡан егеттәр үҙҙәренең ҡышҡы һәм йәйге хәрби кейемдәрен яҡташтарына ебәрә, уларҙың һәр ҡайһыһы именлек һағында торғандарҙы шулай туғандарса ҡайғырта.   

Кәрәк-яраҡты яҡын-тирә район-ҡалаларҙан да килтереүселәр байтаҡ,  һалдаттарға һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Хәрбиҙәргә генә түгел, пункттарға балалар кейемдәре алып килеүселәр ҙә бар. «Кескәйҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡты Украиналағы мохтаж ғаиләләргә тапшырыуҙы һораусыларҙың теләген үтәү өсөн тырышлыҡ һаласаҡбыҙ», - ти йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре.

Махсус операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә аккумуляторлы фонарҙәр, ябай майшәмдәр, тәмәке, шырпы, ботинка өсөн оҙонораҡ һәм ныҡлы шнурҙар, портатив йылытҡыстар, тән температураһын төшөрөүсе, ауыртыуҙы баҫыусы, ҡанды туҡтатыусы һәм башҡа дарыуҙар, бинт, мамыҡ, лейкопластырь кәрәк. Шулай уҡ ойоҡ һәм башҡа төрлө эске кейем тапшырырға мөмкин, сөнки һалдатҡа уларҙы йыуып һәм киптереп тороу мөмкинлеге юҡ. Кешеләр күпләп туҡмас һәм ярма килтерә икән, әммә улар урынына полиэтилен ҡаптағы тиҙ бешә торған ябай «Роллтон» туҡмасы алырға кәңәш ителә. Һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән нимә алырға белмәһәгеҙ, тәүҙә гуманитар пункттарға шылтыратып белешегеҙ, кәңәшләшегеҙ, аҡсағыҙҙы кәрәкһеҙ әйберҙәргә сарыф итмәгеҙ.   

Әҙәм балаһының кешелек сифаттары тап ауыр һәм һынылышлы ваҡытта нығыраҡ беленә, уның башҡаларға ҡарата мөнәсәбәте лә тап шундай саҡтарҙа баһалана. Миһырбанлы, мәрхәмәтле һәм оло йөрәкле кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт яуһын, тыныслыҡ һәм именлек хаҡына башҡарылған изге ғәмәлдәрегеҙ аяҙ һәм ҡояшлы киләсәк булып әйләнеп ҡайтһын!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотолары.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: