ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 12:05

Бәлә ағас башынан йөрөмәй

Мәрхәмәтлек Бәлә ағас башынан йөрөмәй Тышта селлә ҡыш бар булмышын күрһәтә, күптәр бындай һалҡын һауа торошон  бер нисә тиҫтә йыл булғаны юҡ, тип хәтерләй. Бындай осорҙа бәлә-ҡаза сығыуын көт тә тор. Бигерәк тә шәхси йортта йәшәгәндәргә ҡағыла был. Һыу торбаларының туңыуы, бүлмәләрҙе йылытам тип күпләп  йылытҡыс тоҡандырыу  проблема ғына өҫтәмәй, һәләкәткә лә килтереүе ихтимал.  Электр сымы аша ут сығыуы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Яңыраҡ шундай хәл Яңы йыл алдынан Һарыш ауылында була . Күмәк балалы ғаиләлә нисек байрам кәйефе тыуҙырмайһың? Кескәйҙәр генә түгел, өлкәндәр ҙә  мөғжизә көтә. Әлбиттә, бер нисә көн алдан гирляндалар эленә, урман ҡупшыҡайы -  шыршы биҙәлә. 30 ғинуар, йорт хужабикәһе балаларҙың әсәһен барып алырға эш урынына елдерә.  Бәлә лә көтмәгәндә килә. Гирляндаларҙың сымы ҡыҙыу сәбәпле янғын тоҡана. Күҙ-ҡолаҡ булып ҡалған күршеләр туғыҙ йәшлек һәм унан бәләкәйерәк өс баланы ҡотҡарып алып ҡала. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереү экипажы “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлай. Аллаға шөкөр, кеше ғүмерҙәре һаҡланып ҡалына, һалҡын ҡыш уртаһында кейемһеҙ, йәшәр мөйөшһөҙ ҡалыуы хәтәр. Бер кистә ҡара һөрөм менән ҡапланған йортҡа ҡарап, нисек үҙәктәре өҙөлгәнен улар үҙҙәре генә белә торғандыр. Ауыл советы хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов әйтеүенсә, һарыштар ҡулдан килгәнсә ярҙам ойошторған. Берҙәмлек ауыр саҡта беленә тиҙәр. Яҡташтар, уларҙың хәсрәтен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтеп, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Ғаиләгә финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн иҫәп-хисап счетын күрһәтәбеҙ. “Сбербанк” картаһы номеры: 40817810306003921684 Элемтә өсөн телефон: 8-9050048277 Әҡлимә Латфуллина Тимерйән ҡыҙы. Аҡсалата ярҙам менән төҙөлөш материалы ла ғаиләгә ҙур файҙа булыр ине.  

 

Тышта селлә ҡыш бар булмышын күрһәтә, күптәр бындай һалҡын һауа торошон  бер нисә тиҫтә йыл булғаны юҡ, тип хәтерләй. Бындай осорҙа бәлә-ҡаза сығыуын көт тә тор. Бигерәк тә шәхси йортта йәшәгәндәргә ҡағыла был. Һыу торбаларының туңыуы, бүлмәләрҙе йылытам тип күпләп  йылытҡыс тоҡандырыу  проблема ғына өҫтәмәй, һәләкәткә лә килтереүе ихтимал.  Электр сымы аша ут сығыуы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Яңыраҡ шундай хәл Яңы йыл алдынан Һарыш ауылында була .

Күмәк балалы ғаиләлә нисек байрам кәйефе тыуҙырмайһың? Кескәйҙәр генә түгел, өлкәндәр ҙә  мөғжизә көтә. Әлбиттә, бер нисә көн алдан гирляндалар эленә, урман ҡупшыҡайы -  шыршы биҙәлә. 30 ғинуар, йорт хужабикәһе балаларҙың әсәһен барып алырға эш урынына елдерә.  Бәлә лә көтмәгәндә килә. Гирляндаларҙың сымы ҡыҙыу сәбәпле янғын тоҡана. Күҙ-ҡолаҡ булып ҡалған күршеләр туғыҙ йәшлек һәм унан бәләкәйерәк өс баланы ҡотҡарып алып ҡала. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереү экипажы “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлай. Аллаға шөкөр, кеше ғүмерҙәре һаҡланып ҡалына, һалҡын ҡыш уртаһында кейемһеҙ, йәшәр мөйөшһөҙ ҡалыуы хәтәр. Бер кистә ҡара һөрөм менән ҡапланған йортҡа ҡарап, нисек үҙәктәре өҙөлгәнен улар үҙҙәре генә белә торғандыр. Ауыл советы хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов әйтеүенсә, һарыштар ҡулдан килгәнсә ярҙам ойошторған. Берҙәмлек ауыр саҡта беленә тиҙәр. Яҡташтар, уларҙың хәсрәтен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтеп, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Ғаиләгә финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн иҫәп-хисап счетын күрһәтәбеҙ. “Сбербанк” картаһы номеры: 40817810306003921684

Элемтә өсөн телефон: 8-9050048277 Әҡлимә Латфуллина Тимерйән ҡыҙы.

Аҡсалата ярҙам менән төҙөлөш материалы ла ғаиләгә ҙур файҙа булыр ине.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: