Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Февраль 2023, 17:00

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы

Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда район мәғариф идаралығы етәкселеге, опека һәм бағыусылыҡ бүлеге, мәшғүллек үҙәге, “Ғаилә” үҙәге һәм тағы бик күп белгестәр урындағы халыҡты ҡабул итте. 

 

“Айыҡ ауыл” конкурсы - эскеселәргә йә иһә иҫерткес эсемлек һатыусыларға ҡаршы көрәш кенә түгел. Ул - эштең бер яғы ғына. Икенсе яғы - халыҡты йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү, үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, халыҡтың тарихи, мәҙәни һәм дини традицияларын тергеҙеү, сәләмәт йәшәү рәүешен билдәләгән саралар уҙғарыу. Бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара үҙенең һөҙөмтәле башланғыс итеп танытты, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ошо конкурс сиктәрендә Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда район мәғариф идаралығы етәкселеге, опека һәм бағыусылыҡ бүлеге, мәшғүллек үҙәге, “Ғаилә” үҙәге һәм тағы бик күп белгестәр урындағы халыҡты ҡабул итте.  Ҡала уҡыусыларына Пушкин картаһы менән Динис Бүләков  музейына килеп, бай йөкмәтле күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге асыҡланды. Эш менән тәьмин итеү өлкәһендә лә мөрәжәғәт итеүселәр булды. Врач Айгөл Айытҡоловаға ла үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биргәндәр. ”Туғандарының, яҡындарының ҡомарлы уйындарға, сиргә бәйлелеген белә тороп, махсус иҫәпкә ҡуйырҙар, тип шикләнәләр. Беҙ һәр ваҡытта анонимлыҡ һаҡлайбыҙ, түләүһеҙ дауалау тәҡдим итәбеҙ”, - ти психиатр-нарколог. Был сарала смаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, босоған һорауҙарға ентекле яуап алды.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: