Премьер-министр лагерь төҙөү проекты менән танышты. Әлеге ваҡытта проект эштәре тамамлана — инженер тикшереүҙәре һәм экспертизаһы өсөн проектлау һәм эш документацияһын эшләү. Планлаштырылған тамамлау ваҡыты — 2023 йылдың июнь аҙағы. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөшкә рөхсәт алыу планлаштырыла.
— Объектты төҙөүгә киткән сығымдар 3 миллиард һум тәшкил итәсәк, республика бюджетынан капиталь грант күләме — 756 млн. һум. Лагерь бер сменала 350-гә тиклем баланы һыйҙыра ала. Лагерь 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем үҙ ишектәрен асыр тип планлаштырыла, — тине Премьер-министр.
фото pravitelstvorb.ru