Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуҙғатҡан күләмле сара илдә өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең суверенитетын нығытыуға, социаль-иҡтисади үҫешкә ҙур өлөш индереүгә һәм 2030 йылға тиклем милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүгә хеҙмәт итәсәк проекттарға булышлыҡ итеү.
Ике ай дауамында бөтә Рәсәй буйынса әүҙем эшҡыуарҙар, йәш ғалимдар, экологтар һәм социологтар форумды ойоштороусыға — Стратегик башланғыстар агентлығына алты йүнәлеш буйынса 24 мең проект ебәргән.
Башҡортостан идеялар һаны буйынса лидер була — республика халҡы 2200-ҙән ашыу ғариза ебәрә.
Иң ҡыҙыҡлы башланғыстар авторҙарын Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры һәм Төбәкте әҙерләү һәм федераль форумда ҡатнашыу буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Андрей Шевкунов һәм АСИ төбәк үҫеш һәм инвестиция бүлегенең проект директоры Олег Шевкунов бүләкләне. Улар араһында — ДНК тикшеренеүҙәре, цифрлы системалар, социаль инженерия һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге эшләнмәләр.
Форумдың йомғаҡлау этабы 2023 йылдың 28-29 июнендә Мәскәүҙә үтә.
фото https://glavarb.ru/