Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2023, 16:50

Үҙ асылынан тайпылмаһын сабый

Өс-дүрт йәшлек сағында әхирәтемдең ҡыҙы ҡулдары менән төрлө хәрәкәт яһап күрһәтеп, аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтеп аптырата торғайны.  «Ни эшләп улай ҡылана икән?»- тип ҡыҙыҡһынғас,  баланың йәнһүрәт геройҙары образына инеп, шулар булып һөйләшеп йөрөүен аңлатты. Планшетына күҙ һалғас, ҡыҙсыҡ ҡараған йәнһүрәттәрҙең сит илдеке икәнен күрҙем. Ундағы хәрәкәттәр ҙә яһалма, кешенеке түгел, ә роботтыҡы ине...

Үҙ асылынан тайпылмаһын сабый
Үҙ асылынан тайпылмаһын сабый

Бөгөн күптәр бәләкәй балаһының урыҫса йәки инглизсә һөйләшкәненә аптырай. Ауылда йәшәгән танышым ҡыҙының үҙҙәрен «мама», «папа», ә өләсәй-олатайҙарын «бабуля», «дедуля» тип йөрөтөүен һөйләне. «Балалар баҡсаһына ла йөрөмәй, өйҙә урыҫса һөйләшеп йөрөгән кеше лә юҡ, әллә ҡайҙан белә инде!»- ти ул дүрт йәшлек балаһының бөтә әйткән һүҙҙәрен ҡабатлап. Ысынлап та, аптырарлыҡ икән шул сабыйға! Бәләкәстең телмәрендә уларҙың  байтаҡ ҡатмарлы ғыналары ла етерлек, вата-емерә булһа ла, уларҙы ла икенсе телдә әйтә икән. Әсә кеше әйтеүенсә, башҡортсаға төҙәтһәң дә, үҙенсә тәтелдәй ҡыҙсыҡ.

Кем нисектер, мин быны балаларҙың күп ваҡытын йәнһүрәт ҡарап үткәреүенән күрәм. Бөгөн күп ата-әсә әүҙем тормош алып барғанлыҡтан, кескәйҙәргә телефон, планшет тоттороп ҡуйып, үҙ эше менән булыуҙы хуп күрә. Көндәр буйына экранға текләп ултырған сабыйҙың телен тап шул йәнһүрәт «аса» тип уйлайым.

Өс-дүрт йәшлек сағында әхирәтемдең ҡыҙы ҡулдары менән төрлө хәрәкәт яһап күрһәтеп, аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтеп аптырата торғайны.  «Ни эшләп улай ҡылана икән?»- тип ҡыҙыҡһынғас,  баланың йәнһүрәт геройҙары образына инеп, шулар булып һөйләшеп йөрөүен аңлатты. Планшетына күҙ һалғас, ҡыҙсыҡ ҡараған йәнһүрәттәрҙең сит илдеке икәнен күрҙем. Ундағы хәрәкәттәр ҙә яһалма, кешенеке түгел, ә роботтыҡы ине...

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 36-сы һанында уҡығыҙ.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: