Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2023, 13:19

МАТУРЛЫҠТЫҢ ЮҠТЫР СИКТӘРЕ йәки ҺЕҘ ХУШБУЙ ҺӨРТӘҺЕГЕҘМЕ?

Яңыраҡ редакцияға килеп, оло рюкзагын саҡ һөйрәп йөрөп “фирменный” духи һатып йөрөүсе бер ағай хәтеремдә ҡыҙыҡ иҫтәлектәр уятты. Бүлешәйем әле.

Беҙ ҡатын-ҡыҙ шул ялтыр-йолтор, тәмле еҫтәре аңҡып торған духи-шампунь күрһәк иҫ китә бит инде. Кейәүгә сығып, ауылға ҡәйнәмдәргә ҡайтҡан мәл. Иптәшем милицияла эшләй ине, Салауат ҡалаһында йәшәйбеҙ, енәйәтселек көслө. “Унда-бында кисен яңғыҙ барырға тура килһә, гел сумкаңда йөрөт”, - тиеп боросло, күҙгә һиптерһәң шаңҡыта торған газ баллоны бүләк итте. Ауылға ҡайтҡас нишләптер шул баллончикты алып, кәштәгә ҡуйғанмын. Сумкала ревизия үткәргәнмендер инде, бигерәк теләһә нимә менән тулып китә. Теге матур баллончик ҡәйнәмдең күҙенә салынған бит бер заман. Урамда эҫе йәй, тонсоу, гел тирләтә. «Әһә, килендең дезодоранты насар булмаҫ, һиптереп ҡарайым әле” тиеп, ҡәйнәм һиптерткес кпопкаһына баҫа! Аҙағы билдәле инде, “ҡайһы тишеккә керергә белмәнем бит әй» тип көлдө оҙаҡ.

Икенсе ваҡиға ҡалала, фатирымда булды. Һылыуым ҡунаҡҡа килде лә, ҡуна ҡалды. Кисен ванна инергә кереп китте. Бер заман сый-сыйлап шаулай башламаһынмы?! Аптырап, ваннаға йүгереп кергән минең алда шундай күренеш хасил булды: һылыуымдың сәстәре услам-услам булып, сайҡатҡан ыңғайына ваннаға ҡойола. Баҡтиһәң, “апайҙың мынау шампуне шәптер ул” тиеп, депиляция өсөн махсус кремды һөрткән. Исмаһам, тышлыҡтағы яҙыуын уҡыһасы.

Бына шулай, тыштан ялтырлап, күҙҙе ҡыҙҙырып ултырған дезодорант-шампундең ысынында нимә икәнен белгәс кенә тотонор кәрәк тә бит. Мин дә мәҡәләм геройҙарынан артта ҡалманым әле, теге башта әйтеп киткән һатыусынан фирменный «Диор”, “Гуччи”, “Дольче энд Габбана”, “Шанель” духиҙарын ҡутарғансы алдым. Тәмле бит, килеп тороп арзан үҙҙәре. Тура складтан килтергән, хаҡ өҫтәмәгән беҙҙе ҡайғыртҡан һатыусы. Нишләйһең инде, матур, затлы еҫтәр аңҡытып йөрөгө килә лә инде.

Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.

МАТУРЛЫҠТЫҢ ЮҠТЫР СИКТӘРЕ йәки ҺЕҘ ХУШБУЙ ҺӨРТӘҺЕГЕҘМЕ?
МАТУРЛЫҠТЫҢ ЮҠТЫР СИКТӘРЕ йәки ҺЕҘ ХУШБУЙ ҺӨРТӘҺЕГЕҘМЕ?
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: