ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2023, 16:50

Һынып ҡуйыуҙан ҡурҡтым...

Автобустан килеп төшкәс, үҙенә кәрәкле урамға юл күрһәтеүемде һораған апайҙы яйлап ҡала менән таныштырып, автовокзалдан дауаханаға илтеүсе юлды өйрәтеп атлаған арала, әңгәмәсем миңә күңел йомғағын һүтергә ашыҡты.

Һынып ҡуйыуҙан ҡурҡтым...
Һынып ҡуйыуҙан ҡурҡтым...

Автобустан килеп төшкәс, үҙенә кәрәкле урамға юл күрһәтеүемде һораған апайҙы яйлап ҡала менән таныштырып, автовокзалдан дауаханаға илтеүсе юлды өйрәтеп атлаған арала, әңгәмәсем миңә күңел йомғағын һүтергә ашыҡты.
Тамара апайҙы юғары уҡыу йортон тамамлағас,  юллама буйынса ауыл мәктәптәренең береһенә эшкә ебәрәләр. Шунда ул буласаҡ йәрен осрата. Киләсәккә изге уйҙар, яҡты өмөттәр менән ҡараған, матур донъя көтөргә, балалар үҫтерергә хыялланған уҡытыусының ире генә «йәшел йылан» менән дуҫ кеше булып сыға. Балалар тыуғас, эсеүен ташлар, тигән өмөттәре лә аҡланмай ҡала.
Ғүмере буйы бармағын бармаҡҡа һуҡмай, кәйеф-сафа ҡороп ҡына көн иткән ир, эскелек һаҙлығынан ҡотола алмай, баҡыйлыҡҡа күсә.
Ҡатын ике балаһы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ирен ерләп күп тә үтмәй, әсәһе сирләп түшәккә ята.
- Иңемә төшкән ауырлыҡты яңғыҙым күтәргәндә, тешемде ҡыҫып түҙергә тырыша инем. Ҡапыл ғына көсөм бөтөп, һынып ҡуйыуҙан ҡурҡтым, - ти ул үткәндәрен һөйләгәндә.
Шулай ҙа, ҡасан да булһа бөтә ҡыйынлыҡтың үтеренә, әсәһенең аяҡҡа баҫырына, улдарының үҫеп, үҙенә таяныс булырына ышанып алға атлай.
Ғәзиз әсәһен тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыра. Ҙур өмөт бағлап, күҙ ҡараһылай һаҡлап үҫтергән улдары ғына, әсәгә терәк булыр урынға, насар ғәҙәтте үҙ итеп, уның йөрәк яраһына әйләнә. Ошонан башлана ла инде Тамара апай өсөн «ҡара көндәр».
- Аталары тауышланып, балалар менән өйҙән ҡыуған саҡтарҙа, ике балам менән һарай, мунса башында төн үткәргәнем булды. Шул мәлдәрҙә улдарыма эскелектең ни икәнен аңлатырға, иремдең насар юлын ҡабатламаһындар өсөн барыһын да эшләргә тырыштым, тик әле булһа ҡайһы ерҙә яңылышлыҡ ебәргән булдым икән, тип йыш уйланам.
Яңғыҙлыҡтан арып, артабан йәшәүгә көсө бөтә башлағас, Тамара апай үҙ янына әсәһен күсереп алып ҡайта. Тик улдары уларға тыныс йәшәргә бирмәй, ауылға ҡайтып, аҡса даулауҙы ғәҙәт итеп ала. Етмәһә, өйҙәге әйберҙәрен сығарып һатҡан осраҡтар арта.
- Артабан да былай йәшәү мөмкин түгел ине. Әсәйем менән ултырып кәңәшләштек тә, тыуған ауылыма күсеп китергә булдыҡ, - тип һүҙен дауам итә апай. - Юл буйы илап ҡайттым. Ҡасандыр мине, йәп-йәш ҡыҙсыҡты, ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алып, саҡ ҡына ла бәхет бирә алмаған төбәккә үпкә белдереп һыҡтаным.
Ауылда иһә уларҙы ярты емерек йорт ҡаршы ала. Күптән ир ҡулы теймәгән донъя етем, ҡотһоҙ була.
- Үҙемдең күңелем дә ошо донъя кеүек ярым-ярты ине, ҡулға бер эш бармай,  бөртөкләп йыйған үҙ донъям, ауылдаштар, эшләгән мәктәбем һәм тағы ла ике улым төштәремә инеп йонсотто, - ти Тамара апай, ул ауыр саҡтарҙы тағы бер тапҡыр йөрәге аша үткәреп.
Эйе, бала ниндәй генә булһа ла, әсә кеше өсөн барыбер ғәзиз кеше булып ҡала, үҙ сабыйына бер әсә лә насарлыҡ теләмәй. Был апай ҙа, «йәшел йылан» тоҙағына эләккән улдарын унан тартып сығарыр өсөн ни генә эшләмәй, бар булған ысулды ҡулланып ҡарай, дауаханаларға, халыҡ табиптарына йөрөтә. Тик ыңғай үҙгәреш кенә булмай. Кешенең ихтыяр көсө, теләге булмаһа, ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү ауырҙыр ул.

Артабан йәшәргә, тормош көтөргә кәрәклеген аңлаған ҡатын яйлап атаһынан ҡалған йорт-ҡураны рәтләргә тотона һәм ҙур тырышлыҡ менән иҫке генә донъя икенсе төҫ ала, тик үҙенең йөрәк яралары ғына уңалырға ашыҡмай.
- Үҙ тыуған нигеҙемдә, ауылдаштарым араһында көн итһәм дә, ни өсөндөр бында барыһы ла ят булып тойолдо, үҙ-үҙемә урын таба алмай йонсоном, күңелемдәге бушлыҡты тултыра алмай ыҙаландым. Ваҡыты-ваҡыты менән йөрәгем өҙөлөп, ҡайҙалыр төшөп киткәндәй тойола торғайны. Бик оҙаҡ ваҡыт үҙем бер ерҙә , ә күңелем икенсе урында йәшәне,- ти ул, еңел булмаған осорон иҫләп.
Ҡайһы саҡта был тормош аяуһыҙ кеүек тойолһа ла, сабыр бәндәһенә ул иртәме-һуңмы бәхет ҡапҡаларын асалыр.
Һынауҙарҙан арыған ҡатынға ла, инде ғүмер көҙө еткәндә үҙ бәхетен насип итә һәм буласаҡ ире менән осраштыра.
- Йәшләй генә ҡатынын юғалтып, өс балаһын яңғыҙы ҡарап үҫтергән Уралды Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән бүләк тип ҡабул иттем.
Үҙ йортона алып ҡайтҡанда, матур көҙ айы ине. Шуға ла ул минең өсөн көҙҙәремдә килгән бәхетем. Нур бөркөп торған донъяға барып ингәс, үҙемде ожмахҡа эләккәндәй тойҙом. Өйҙәге бөхтәлекте күреп, иҫем китте. Иң һоҡландырғаны уның балалары булды. Шул тиклем аҡыллы, уңған улдарына ҡарап, үҙемдең балаларым өсөн оялдым.
Үҙемдекеләрҙән күрмәгән ҡәҙер-хөрмәтте Уралдыҡыларҙан күрҙем, апай ҙа апай тип өҙөлөп тороуҙары… Ҡайтыуҙарын һағынып, тәмле аштарымды бешереп көткәндә, күңелем менән үҙемдекеләрҙе лә көттөм. Ишек асылып китер ҙә, килеп инерҙәр, тип хыялландым. Тик  көндәрҙән бер көндә улдары әсәнең хәлен белергә түгел, ә аҡса даулар өсөн килеп инә. Етмәһә, Урал ағайҙы ла ныҡ ҡына ҡыйырһытып китә улар.
- Был хәлдән һуң ауырып түшәккә йығылдым...

Дауамы бар.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: