Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль , 08:44

БЕШМӘГӘН

Яңыраҡ 20 йәшлек ҡыҙы менән бер ҡатын килеп инде.

БЕШМӘГӘН
БЕШМӘГӘН

Ҡыҙы ҡайҙа ғына эшләһә лә, эш биреүсенең аҡсаһын биреп бөтөрмәүенә, ҡайһы берҙә бөтөнләй эш хаҡын түләмәй ҡайтарып ебәреүҙәренә зарланды әсәй. Һөнәре - бухгалтер, әммә стажы, эш тәжрибәһе булмағас, ҡыҙын бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар икән. Бер йылда алты эш урынын алмаштырырға өлгөргән. Алдаҡсылар, оятһыҙҙар, тупаҫтар, әҙәпһеҙҙәр заманы тип бөгөнгө көндө, аҙмы-күпме эшләп киткән эшҡыуарҙарҙы әрләп бөткәнсе ҡыҙы бер нәмә лә өндәшмәне.

Һуңғы тапҡыр ни эшләп эштән китеүе тураһында һорап ҡыҙға өндәшәм. Уныһы ыҡ-мыҡ иткәнсе тағы әсәһе һүҙ алды:

- Ҡыҙым ни тиклем тырышып эшләһә лә, магазин етәксеһе уның менән бергә урынлашҡан ялҡау, эшикинмәгән икенсе ҡыҙҙы маҡтап, бөтәһенә өлгө итеп ҡуя, ә минекенең тырышлығын бөтөнләй күрмәй, киреһенсә, етешһеҙлеген табып, ваҡ-төйәккә бәйләнә. Бөтәһенә лә түҙер ҙә ине, бер үк эште эшләп, аҡсаһында ҙур айырма булғас, ризалашманы шул. 

Күренеп тора, ҡыҙыҡай бик ҡыйыуһыҙ, әсәһенең күҙенә генә ҡарап тора. Килештермәһәм дә:

- Күпме түләнеләр һуң? - тип ҡыҙҙан һораным.

- Урынлашҡан ваҡытта айына 13 мең һумдан да кәм булмаясаҡ тигәйне, йәнә һатылған тауарҙан 5 процент түләйем, тип вәғәҙә иткәйне. Ай аҙағында вәғәҙә иткәненең яртыһын ғына бирҙе”, - ти ҡыҙ.

- Эш хаҡын ни өсөн кәметеүен етәксеңдән һораныңмы һуң? - тим.

- Ул миңә барыһын да яҙып бирҙе, - тине лә, конверт һымаҡ бәләкәй генә сумкаһынан ҡағыҙ киҫәген сығарҙы.

Унда сәбәпһеҙ һуңлап килгәне, эш урынын бысраҡ тотҡаны, дөрөҫ иҫәпләмәгәне өсөн эш хаҡы кәметелеүе хаҡында яҙылғайны. Өҫтәүенә һатҡан әйберенең проценты ла бик аҙ сыҡҡан.

Ҡыҙҙың ҡалтыранған нескә тауышын ишеткәс, ҡапыл кешенең күңел донъяһын яҡшы белгән билдәле яҙыусы Антон Чеховтың “Размазня” исемле хикәйәһе иҫкә төштө. Унда бер байҙың гувернанткаһына ике айлыҡ эш хаҡын 80 һум вәғәҙә итеүе, бирер ваҡыт еткәс, алдап-йолдап уны 11 һумға тиклем кәметеүе тураһында бәйән ителә. Ябай ғына эпизод аша автор ике кешенең - байҙың һәм гувернантканың - психологик образдарын асып һала. Үрҙә атап кителгән ҡыҙыҡай һәм эш биреүсе осрағындағы кеүек, хужа гувернанткаһының эш хаҡын ни өсөн ҡыҫҡартҡанын яҙып барҙым тип, һәр береһен уҡытыусы ҡыҙға тәфсирләп аңлата. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙың бөтәһе менән дә өнһөҙ килешеүе төп геройҙы сығырынан сығара. Аҙаҡтан ул был ҡылығын гувернанткаға эш биреүселәргә ҡарата ҡыйыуыраҡ булырға, асығауыҙ, бешмәгән булмаҫҡа һабаҡ биреү маҡсатында эшләүен әйтә. Түбәнһетеүҙәргә риза булып, өндәшмәй ҡалған өсөн һине алдарға, кәмһетергә тырышалар, уҫалыраҡ бул, үҙеңә тейешлене талап итергә өйрән, тип кәңәш бирә.

Күреүегеҙсә, яҙыусы күтәргән проблема бөгөнгө йәмғиәттә лә бар. Антон Павлович ул ваҡытта крепостнойлыҡ хоҡуғы бөтөрөлөү сәбәпле юғалып ҡалған, аҙ ғына эш хаҡына ла күнеп, эшләргә мәжбүр булған Рәсәй халҡын бер ҡыҙ миҫалында күрһәтһә, редакцияға ярҙам һорап килгән ҡыҙ - бөгөнгө Рәсәйҙең ҡыҫҡартыу һәм ҡулайлаштырыу еле ҡорбаны. Әгәр ҙә бөтә предприятиелар ҙа элеккесә эшләһә, штат берәмектәре һаҡланһа, был йәш замандашыбыҙ ҙа үҙе һайлаған һөнәре буйынса урын табыр, стажы ла, тәжрибәһе лә булыр ине, моғайын. Әлбиттә, был ҡыҙҙың, Антон Чехов әйтмешләй, бешмәгәнлеге, асыҡ ауыҙлығы ла юҡ түгел. Бер нисә тапҡыр һуңлап килеүен, эш урынын бысраҡ тотоуын иҫәпкә алһаң, бик үк яуаплы ла түгел, тип уйларға урын бар. Икенсе яҡтан, әсәһенең күҙ ҡарашынан ҡурҡып торған был бала эш биреүсегә ышанысһыҙ ҙа булып тойолоуы ихтимал. Шуғалыр ҙа, бәлки, унан төрлө юлдар менән тиҙ генә ҡотолоу яғын ҡарайҙарҙыр.

Ҡыҙ, бәлки, ул хәтлем, төшөп ҡалғандан да түгелдер. Тәрбиәле, әҙәпле кеше, ғәҙәттә, тупаҫ һәм ҡаты күңеллеләрҙән айырмалы,  өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә бит. Әммә, Чеховтың “Размазня”һындағы төп герой әйтмешләй, был донъяла бер нисек тә ебегәнлекте күрһәтергә ярамай, көслө булғанда ғына йәшәүе еңел. Бөгөнгө заманда иһә көслө булыу өсөн төрлө яҡлы белемдән тыш, йәштәргә тағы ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, эшһөйөүсәнлек һәм бешмәгән булып күренмәҫ өсөн, ҡайһы бер ҙә уҫаллыҡ та кәрәк. Боронғолар юҡҡа ғына, йыуаш булһаң - баҫырҙар, тип әйтмәгәндер бит.

Лена АБДРАХМАНОВА.         

             

      

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: