Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 08:53

МИН АТАЙЫМДЫ ТӨШӨМДӘ КҮРҘЕМ

Бөгөн төшөмә атайым керҙе.

МИН АТАЙЫМДЫ ТӨШӨМДӘ КҮРҘЕМ
МИН АТАЙЫМДЫ ТӨШӨМДӘ КҮРҘЕМ

 Кистән үк, артыҡ арымаһам да, бик иртә йоҡларға ятҡайным, уның менән осрашыуға булған икән. Ауылда, туған йортобоҙ ихатаһында, мал аҙбары яғында шыйыҡ тиҙәк йыйылған ерҙә тора икән, тим. Мин уны күреп ҡалып, эргәһенә һөйләшергә тип йүгерҙем дә, тиҙәккә галушым менән яртылаш батып, кире боролдом. Эргәмдән йүгергән һоро бесәйем муйынынан сумды тиҙәккә. Атайым ым менән генә ситтәрәк торған ҡулйыуғысҡа күрһәтте. Ҡулымды сайып, артымдан килеп еткән бесәйҙе лә таҙа һыу аҫтында тотоп, йыуындырып алдым. Атайым был күренешкә риза булды, ахры. Яйлап ҡына оло урам яғына сығып китте. Аяғына иғтибар иттем. Тиҙәктең уртаһында тороуына ҡарамаҫтан, саҡ ҡына ла бысранмағайны. Ғәҙәттәгесә, үҙе артынан бәләкәй ҡапҡаны ҡыҫып ҡына асыҡ ҡалдырып, эскәмйәгә сығып ултырҙы. Их, шул эскәмйәлә уның менән һөйләшеп ултырған сәғәттәр... Әллә ниндәй ҡатмарлы, аңлай алмаған, ҡабул итмәгән, төшөнмәгән һорауҙарыма шул тиклем тыныс, төплө итеп яуап таба ине ул. Яндырайлығыма барып, бәхәсләшеп китһәм дә, кире ҡаҡҡыһыҙ, төплө аңлатмалары менән башымда, йөрәгемдә янған утты һүрелтә белде.
... Ул эскәмйәгә сығып ултырҙы, ә мин шул ҡулйыуғыс ҡырында тора бирәм... Бына бит һуң, ана ғына ултыра атайың, сыҡ, һөйләш, кәңәшләш тип эске уйҙарымды барлағансы, уянып киттем. Хәҙер йоҡлай алмай уйланып ултырам. Тиккә түгел. Атайымдың вафатына алты йыл булды. Төштәремә һирәк килә. Миңә йәки балаларыма хәүеф янағанда тап шулай, берәй мал менән ишә керә төшөмә. Мал белгесе ине. Бер төшөмдә шулай эскәмйәлә ултырғанда эткә тибеп ебәрҙе, “Атай, нишләп улайтаһың!” тиеп ҡысҡырып уянғайным. Баҡтиһәң, кухняла һүндерелмәгән сәйнүгем ҡалып, фатирым зәңгәр төтөнгә тулғайны. Тағы бер-нисә минут шулай йоҡлаһам, үҙем дә, балаларым да мәңгегә уянмаҫ инек. Уның шулай итеп малға тибеүе, ә тормошта шул тиклем мал йәнле булып, уның һис тә улай ҡыланмаҫына шаҡ ҡаттырып уятты ул мине. Һәм бына бөгөн бесәй йыуындыртты. Күҙгә күренеп, һәр тамсыһынан хайуандың ярты кәүҙәһе тиерлек таҙарып китеп йыуындырҙым. Еңел генә итеп, хатта бесәй йылмайып ултыра ине, буғай.
Төштәремде гел яҡшыға юрайым. Быныһын бигерәк тә. Һуңғы осорҙа борсоулы уйҙар күп булды, яндырайланып киткем, үҙ фекеремде аңлатҡым, бәхәсләшкем генә килеп тора ине. Тынысландым. Донъя бер генә көн, беҙҙе мәңгелек көтә. Шуға күрә маңлайыңа яҙылған яҙмыштың һәр минутын файҙалы эштәр менән үткәр, тине ахыры атайым. Бесәйеңдең бер төк йөнөн дә бысраҡ йөрөтмәй, нисек кенә ашҡынып, атлығып һөйләшеп ултырыу урынына эш, хатта ошо бәләкәй генә ҡулйыуғыста бесәй йыуыу менән мәшғүл булыу, файҙалыраҡ тине, ахыры...

ГӨЛИӘ ШАҺИҒӘЛИНА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: