Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль , 11:40

ШУЛ ДА БУЛДЫМЫ ИР...

Минең шкатулкала алтын әйберҙәр байтаҡ ҡына. Совет заманындағылары ла, һуңғы осор ювелир изделиелары ла, бер тапҡыр ҙа кейеп ҡарамағандары ла бар хатта. Араһында 18 йәшемә әсәйем менән атайым алып биргәнен генә яратып кейәм.

ШУЛ ДА БУЛДЫМЫ ИР...
ШУЛ ДА БУЛДЫМЫ ИР...

Ни өсөнмө? Сөнки иң ҡәҙерле кешеләрем бүләк иткән беренсе алтын алҡам ул. Ә ҡалғандарымы? Уларҙы үҙем алдым. Байрам хөрмәтенә түгел. Ә ирем хыянат иткәнен белеү менән сығып үҙемә берәй биҙәүес ала торғайным.

Ғәжәп икән, тиер кемдер. Эйе, ғәжәп. Ғаилә ҡороуыбыҙға быйыл 40 йыл тула. Ҡырҡ йыл эсендә бик күп алданы ул мине. Ни эшләп айырылышманың һуң тиерһегеҙ. Балалар хаҡына айырылманым. Тәүҙә бер үҙем аяҡҡа баҫтыра алмам, тип ҡурҡтым. Берәү-икәү генә түгел бит, береһенән-береһе бәләкәйерәк биш бала. Кинйә ҡыҙымдың 12-һе тулған йылды араны өҙөргә уйлағайным, айырылмағыҙ тип, йығылып ятып иланы. Бына шулай дүрт тиҫтә йыл йәшәйбеҙ инде.

-Ситтәрҙе яратҡас, ни эшләп сығып ҡына китмәйһең ул? – тип һорағаным булды.

-Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, - тип яуапланы. – Икмәк яратам, әммә ҡайһы берҙә ҡалас та ашағы килә бит.

Әле генә хисһеҙ һөйләйем, сөнки яҙмышыма күндем. Ә тормошомда стенаға башымды илаған саҡтар күп булды. Илайым-илайым да магазинға сығып үҙемә алҡа йәки балдаҡ ала торғайным. Тәүҙә үҙемә лә аҡылһыҙлыҡ кеүек тойола ине. Шунан үҫкәс ҡыҙыма бирермен тип үҙемдең был ҡылығымды аҡланым. Әммә береһен дә бүләк итмәнем. Ни йөрәгем менән тағайым мин, мәҫәлән, бынауы зөбәржәт ҡашлы алҡаны. Вахтанан тура ҡайтмай, ике аҙна буйы һөйәркәһендә булғандан һуң алған биҙәүес бит ул.

Әле кәре ҡайтты, йәш саҡтағы йөрөгәндәрен көлөп һөйләй. Мөхәббәт тип ышанған, уны көтөп алған, һағынған ҡатындарының яратыуынан көлә.

Кит, шул да булдымы ир...

Нәфисә У.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: