Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 07:00

Туйыр өсөн һеҙгә нисә билмән кәрәк?

Алтмышҡа етеп барғанда үҫмер малай кеүек ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.

Туйыр өсөн һеҙгә нисә билмән кәрәк?
Туйыр өсөн һеҙгә нисә билмән кәрәк?

Ахмаҡ тиерһегеҙ. Эйе, ахмаҡлыҡ булған.
Ҡатын күп уйлап торманы – законлы рәүештә айырылышырға ғариза бирҙе. Мин артыҡ ҡайғырманым, һөйәркәм ҡосағын йәйеп ҡаршы алыр, тип уйланым. Әммә мин уйлағанса килеп сыҡманы шул. Уға өҫтө таҙа, тамағы туҡ ир генә кәрәк булған. Уның фатирына күсеп барған көндәре генә ихласлыҡ күрһәтте лә, эш хаҡымды тотошлайы менән ҡулына тоттороп торһам да, бер аҙҙан мин уға артыҡ кеше булып күренә башланым.
Бик тиҙҙән үҙем дә уның кире яҡтарын ғына күрҙем. Иң беренсе, уның бөтөнләй ашарға бешерә белмәгәненә иғтибар иттем. Осрашып йөрөгәндә өҫтәленә эҫе генә итеп ултыртҡан тәмле бәлештәре, пирожкиҙары аҫтағы магазиндан ғына алынған булып сыҡты. Билмәне лә, мантыһы ла – барыһы ла ярымфабрикат! Осрашып йөрөгәндә уның аҙлап ҡына өҫтәлгә ултыртыуын күреп, ысын хужабикә, ризыҡты тәләфләмәй, самалап ҡына бешерә тип, үҙемдең хәләлем менән сағыштырып, уға һоҡланыуым төптө бушҡа булған икән. Магазиндан алғас, шулай һанап бешерә инде. Минең балаларҙың әсәһе бер ҡасан да “Һиңә нисә билмән һалайым?” йәки “Нисә манты ашайһың?” – тип бер ҡасан да һорағаны булманы. Ғөмүмән, алтмышҡа етеп бер ултырғанда нисә билмән ашаһам туям икәнлегемде белмәнем. Ҡатын өйҙәге иң ҙур тәрилкәгә һалыптырып бирә, һорап та тормай өҫтәй ине.
Бөтөнләй эш рәте белмәгән кеше булып сыҡты. Керен йыуып, матурлап элә лә белмәне. Үҙенең эске кейемдәрен таҫтамал, ә минекен ойоҡ, иҙән йыуған сепрәктәре менән бергә һалып автоматта әйләндерә.
Бер йыл да йәшәй алманым мин уның менән. Өйгә ҡайтманым, әлбиттә, ҡатындың холҡон беләм бит. Балалар ҙа ҡаршы торор ине. Ауылға ҡартайған әсәйем янына һыйындым.
Бына шулай, дуҫым, минең яҙмыш. Әсәй: “Ярай, береһе осрар әле, парың табылыр”, - тип, йыуатҡан була ла ул. Ә минең береһенә лә ҡарағым килмәй...
И.Х.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: