Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март , 08:58

ҺӨЙӨҮ

Бер ҡатын тышҡа сыҡһа, тупһаһында аҡ һаҡаллы өс ҡарт ултырғанын күрә.

ҺӨЙӨҮ
ҺӨЙӨҮ

- Һеҙ, моғайын, ас. Әйҙәгеҙ инеп, ашап сығығыҙ, - тип өйөнә саҡырған.

- Бөтәбеҙ бергә өйгә инә алмайбыҙ, - тип яуаплаған улар.

- Ә ни өсөн? - тип ғәжәпләнгән хужабикә.

Ҡарттарҙың береһе шулай тип аңлатҡан:

  • Беҙҙең беребеҙҙең исеме Байлыҡ, икенсебеҙҙеке Һаулыҡ, өсөнсөбөҙҙөкө Мөхәббәт. Кемебеҙҙе ҡунаҡ итеп күрергә теләйһегеҙ, бар иреңдән һора.

Ҡатын ингән дә ишеткәнен иренә һөйләп биргән.

  • Бик яҡшы, - тигән хәләле. – Әйҙә Байлыҡты саҡыр.

Ҡатыны ҡаршы төшкән:

  • Әйҙә Һаулыҡты индерәйек!

Уларҙы тыңлап торған ҡыҙҙары:

- Ә ни өсөн беҙ Мөхәббәтте саҡырмайбыҙ? Ул инһә, өйөбөҙҙә һөйөү урынлашыр...

- Ысынлап та, әйҙә ҡыҙыбыҙ менән килешәйек. Бар, Мөхәбәтте саҡыр, ҡунаҡ итәйек, - тигән ире.

Ҡатын сыҡҡан да:

  • Һеҙҙең кемегеҙ Мөхәббәт? Әйҙәгеҙ өйгә, ҡунағыбыҙ булырһығыҙ!

Аҡһаҡалдарҙың береһе өйгә табан атлай, ә ҡалған икәүһе – уның артынан.

Ҡатын аптырап:

  • Мин бит һеҙҙе саҡырманым... – тигән.

Теге өсәү шулай тип яуап биргән:

  • Йортоғоҙға Байлыҡты йәки Һаулыҡты ғына саҡырһағыҙ, беҙҙең икәүебеҙ урамда ҡалған булыр ине. Ә һеҙ Мөхәббәтте саҡырҙығыҙ. Ә һөйөү булған өйҙә һаулыҡ та, байлыҡ та була...

Лена АБДРАХМАНОВА тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: