Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 06:55

Матурлыҡ китә, холоҡ ҡала

Автобусҡа килешле кейенгән, матур биҙәнгән урта йәштәрҙәге бик һылыу ҡатын килеп инде. Буй-һынынан, йөҙөнән шул тиклем матурлыҡ бөркөлә. Ипләп кенә, була бит шундай матурҙар, тип һоҡланып киләм. Һоҡланыусы мин генә түгел, салондағылар ҙа уға шунда уҡ иғтибар итте.

Матурлыҡ китә, холоҡ ҡала
Матурлыҡ китә, холоҡ ҡала

Шул саҡ йәш ҡыҙ яңылыш ҡына матур ханымдың аяғына баҫты ла ҡуйҙы. Әле генә бөтәһенең күҙен ҡыуандырған гүзәлкәйҙең бөтә матурлығы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Бөтә салонға ишетелерлек итеп ҡысҡырып ебәрҙе лә, ҡыҙға төртөп алды. Уныһы кеше аяғына баҫҡанын да аңламай, һаман телефонынан күҙен алмай. "Ғәфү үтенә лә белмәй! Килә телефонына тексәйеп!.." - ҡатын, ҡыҙыҡай туҡталышта төшөп ҡалһа ла, тыныслана алмай, оҙаҡ ҡына йөҙөн сирылтып һөйләнеп барҙы.

Был ваҡытта бер нисә минут элек кенә шундай һылыу булып күренгән ҡатындың бер күркәмлеге лә ҡалмағайны инде. Күптәр асыу матурлыҡты юҡҡа сығарған төп тойғоларҙың береһе булыуына тағы бер тапҡыр инанғандыр.     

 

Матурлыҡ - күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Тышҡы матурлыҡтың ғүмере ҡыҫҡа. Ә ҡылыҡ - мәңгелек.

(Б.Франклин).

Күңел таҙа һәм матур булғанда ғына матурлыҡ тыуҙырырға мөмкин.

(М.Глинка).

Ҡатын-ҡыҙ матурлығы кейемдә лә, буй-һында ла, сәс тә лә түгел, ә күҙҙә, сөнки күҙ - күңел көҙгөһө.

(О.Хэпберн).

Көслө кешеләр генә ярата белә, яратҡандар ғына матурлыҡты күрә.

(Р.Вагнер).

Баҫалҡылыҡ һәм әхлаҡлылыҡ - ҡатын-ҡыҙҙы биҙәгән сифаттарҙың иң мөһиме.

(Ф.Ларошфуко).

Көҙгөнән түгел, ә күңелеңдән, эске донъяңдан матурлыҡ эҙләргә кәрәк.

(Р.Тагор).

Кешене өс әйбер биҙәй: матурлыҡҡа ынтылыуы, аҡылы һәм ярата белеүе. Кеше һәр ваҡыт шуларға ынтылырға тейеш.

(Х.Ливрага).

Матурлыҡ ҡорбан талап итә, тип кем әйтә? Минеңсә, ул, киреһенсә, йылы тойғо, күркәм хис бирә. Күңеле китектәр генә күп нәмә талап итә.

(Е.Ермолова).

Кеше күңелендәге матурлыҡты уятыу өсөн уны дәртләндереү, илһамландырыу ҙа етә.

(М.Метерлинк).

Йөҙ матурлығы йәки киреһенсә, зәғифлек кеше күңеле тураһында бер нәмә лә һөйләмәй.

(Р.Әлиев).

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: