Тыуған илде ҙур һәм бөйөк булғаны өсөн түгел, ә үҙеңдеке булғаны өсөн яраталар.
(Сенека).
Ватан - ул үҙеңде иркен һәм азат тойған ер.
(А.Фарадж).
Сит өҫтәлдә тәм-том менән һыйланғансы, үҙеңдә ҡатҡан икмәк тәмлерәк.
(П.Аретино)
Илһөйәр тип Тыуған иленә хеҙмәт иткән кешегә әйтәләр. Ә Тыуған ил - ул халыҡ.
(Н.Чернышевский).
Ватанға һөйөү кешелекте яратыуҙан башланырға тейеш.
(В.Белинский).
Тыуған яҡта ишетеп үҫкән тауыш иң яҡшы көй менән бер.
(П.Беранже).
Ысын батырлыҡ - ул Тыуған ил өсөн йәнде фиҙа ҡылырға әҙерлек.
(Г.Гегель).
Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Тыуған илеңдә үткәнең һәм киләсәгең бар, ә сит тарафта - бөгөнгөң генә.
(Л.Гиршфельд).
Тыуған илдең төтөнө лә тәмле.
(Гомер).
Ватан өсөн үлеү - батырлыҡ.
(Гораций).
Ватанды һаҡлау - ул иң изге бурыс.
(Г.Державин).
Иң түбән кеше генә Тыуған иленә хыянат итә ала.
(Н.Чернышевский).
Дәүләт кешеһе башҡаларға ҡарағанда етеҙерәк, теремегерәк, Ватанын нығыраҡ һөйөргә, халҡын тыуған ерен яратырға, илһөйәрлеккә йәлеп итергә һәм бөтә илгә өлгө булырға тейеш.
(Г.Державин).