Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель , 13:03

Яҙғы ташҡынға әҙерлек

Йылға ярында һаҡлыҡ саралары тураһында онотмайыҡ

Яҙғыһын  һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей. Ул йоҡара һәм кеше ғүмеренә  хәүеф тыуҙыра. Йылғаларҙа һыу ағымының көсәйеүе уға тағы ла нығыраҡ йоғонто яһай һәм уны аҫтан "ашай". Был боҙ ҡатламының  йомшарыуына  һәм ыуалыуына килтерә.

Хәүефһеҙлек сараларын инҡар итеп боҙло һыуға төшкәндә иң мөһиме, тыныслыҡ һаҡларға, сәбәләнмәҫкә!

 Йоҡа боҙға бөтөн ауырлы­ғығыҙ менән ятып маташмағыҙ, сөнки ул ярылып тик торасаҡ һәм һеҙҙең хәлегеҙ тиҙерәк бөтәсәк;

  Баштан-аша һыуға суммаҫ өсөн ҡулда­рығыҙҙы тирә-яҡҡа йәйегеҙ;

 Боҙ ситенә терһәктәр менән таянып, тәнегеҙҙе йөҙгәндәге кеүек горизонталь торошҡа килтерергә тырышығыҙ;

Боҙ ситенә яҡыныраҡ килеп аяғығыҙҙы боҙға һалғандан һуң һыуҙан тәгәрәп сығы­ғыҙ;

  Шыуышып, мөмкин тиклем хәүефле урындан ситкәрәк китегеҙ;

 Янығыҙҙа кешеләр булһа, ярҙамға саҡырығыҙ!

  Хәүефһеҙ урынға барып еткәс, кейемегеҙҙе сисеп һығып алығыҙ, шунан кире кейегеҙ.

  Әгәр һеҙ берәйһенең боҙ аҫтына төшөп киткәнен күрһәгеҙ, шунда уҡ боҙға ятығыҙ һәм уға ярҙамға киләсәгегеҙҙе ҡысҡырып әйтегеҙ. Был уға көс өҫтәйәсәк. Ярҙамға мотлаҡ шы­уышып барығыҙ. 3-4 метр ҡалғас, бер-береһенә бәйләнгән ҡайыш, арҡан, шарф кеүек нә­мәләр менән, әгәр ҡулығыҙ аҫтында таяҡ, бау йәки таҡта кеүек нәмәләр булһа, шулар менән уны һыуҙан тартып сығарығыҙ. Боҙ емерелгән урынға ныҡ яҡын барыу, бәләгә тарыусыға ҡул биреп сығарырға маташыу хәүефле, сөнки үҙегеҙ ҙә төшөп китеүегеҙ ихтимал. Ҡул аҫ­тығыҙҙа мобиль телефон булһа,  яр­ҙамға саҡырырға ла онотмағыҙ! Бәлә-ҡазаны булдырмау маҡсатында ташҡынға алдан әҙерләнергә, һауа торошон ҡарап барырға, мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрҙәрен тыңларға, йөҙөү һәм ҡотҡарыу сараларын әҙерләргә кәрәк. Иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ: ташҡын ваҡытында йылға ярына яҡын бармағыҙ.

 

Яҙғы ташҡынға әҙерлек
Яҙғы ташҡынға әҙерлек
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: