Конгэк
+12 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель , 05:59

Алдымда ғына йәш әсәй атлай...

Бер ҡулында телефон - унан кемгәлер сабыйының бик тынғыһыҙ булыуын, көнө-төнө илауын, әле бына аптырағас, балалар поликлиникаһына барып врачтарға күрһәтеп ҡайтып килеүен һөйләй.

Алдымда ғына йәш әсәй атлай...
Алдымда ғына йәш әсәй атлай...

Икенсе ҡулында - сумка-коляска. Унда бала илай, бер туҡтауһыҙ илағандан, эҫенеп, тирләп-бышлығып бөткән. Сараһыҙҙанмы, әсә уны шул тиклем һелкетә, әйтерһең дә, унда бала түгел, ә ҡул йөгө. Үҙе һаман телефондан һөйләшеүен дауам итә:

-Педиатр борсолорға урын юҡ тине лә ул, көндө лә, төндө лә айырмай илағас, нисек көймәйһең, нисек көйәләнмәйһең. Шул тиклем арыным...

Балаға күп булһа, 2-3 айҙыр. Йәш әсә лә, бала ла йәл булып китте.

-Сабыйыңды ҡулыңа ал, ярһыған бит, -тинем дә, үҙем дә һиҙмәҫтән, уның кире ҡаҡҡанын да көтмәй, сумка-коляскаға үрелдем. Әле генә бөтә тирә-яҡҡа яр һалған бала тымды ла ҡуйҙы. Әсәй тигәнем үҙе лә бала ғына шул, кескенәһе шулай тиҙ генә тымғанға ихлас аптыраны. Уңайһыҙланыпмы, бәлки сит кешенән ҡыҙғанғандыр ҙа, бәпесен ала һалды, юл ыңғайы булғас, коляскаһын тотошоп барҙым.

Ҡыҙсыҡ иһә, әсәһе ҡулына алғас та тынысланып йоҡлап китте.

-Тынғыһыҙ булғас, автобуста ла йөрөргә уңайһыҙланам. Илай башлаһа, тынысландырып булмай бит, - тип һөйләнә-һөйләнә атлай әсә.

Балаһының атаһы Мәскәүҙә эшләй икән. Үҙе йәш бала менән ҡәйнә-ҡайныһы менән йәшәй.

-Баланы ҡулыңа өйрәтмә, илаһа ла алма. Илар-илар ҙа тымыр. Ҡулға бер өйрәнһә, бәйләнгән һымаҡ булырһың. Бер нәмә эшләй алмай, балаңды ҡосаҡлап ултырырһың шунда, - тип ныҡ ҡына әйткән ҡәйнәһе. Килен ҡәйнәһенә ярайым тип, имеҙә лә һала икән. Шунан илап арығас, бала үҙенән-үҙе йоҡлап китә.

-Сабыйыңды йышыраҡ ҡулыңа ал, һеңлем. Ул һинең йөрәк тибешеңде ишетергә тейеш. Туғыҙ ай буйы һинең “йылы ҡосағыңда” йөрәк тауышыңды тыңлап үҫкән. Тыуғас, ҙур, билдәһеҙ, һыуыҡ мөхит уратып алғанын тойоп илай ул. Берҙән-бер таныш тауыш, йөрәк тибеше, йылылыҡ, еҫ - ул һинеке. Ул шуны тойғанда ғына үҙен бәхетле, хәүефһеҙ, кәрәкле итеп һиҙә, тыныслана. Бала бер ҡасан да сәбәпһеҙ иламай. Шуға күрә илағанын ишеткәс тә иғтибар итергә кәрәк. Үҙенә ярҙамға әҙер булған кеше барлығын тойоп үҫергә тейеш ул. Әгәр ҙә ошо тойғоно кисермәһә, үҙен башҡаларҙан көсһөҙ, кәм һиҙәсәк. Был иһә үҫкәс, уның холҡонда, ҡылыҡтарында ла сағыласаҡ. Ғөмүмән, ҡыҙың илаһа ла, иламаһа ла йышыраҡ күтәр, ҡосаҡла, ярат, иркәлә. Уның үҫкән ваҡытын һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Сабый ваҡыты - бер мәл генә, бик һағынырһың әле, - тинем хушлашҡанда.

Йәш әсә балаһынан күҙен алмай, һаҡ ҡына атлай. Ә бәләкәй ҡыҙсыҡ ғәзиз кешеһенең йөрәк тауышын тыңлап, уның йылы ҡуйынында иҙерәп йоҡлай. Уға башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Уға тыныс, рәхәт, ул - бәхетле.

Әсәй менән бала бер бөтөн...

Лена Абдрахманова.      

     

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: