Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь , 06:18

МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ

Тәбиғи булмаған әйберҙәргә, мөғжизәгә, мистикаға бер ҡасан да ышанмай торғайным. Әммә күптән түгелге бер хәл минең ҡарашымды ҡырҡа үҙгәртте.

МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ
МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ

Оҙаҡ ҡына ауырып ятҡандан һуң, баҡсалағы емеш-еләк ағастары сәскәгә төрөнгән мәлдә ҡайным вафат булды. Атайһыҙ үҫкәс, ул миңә бик ҡәҙерле кешем булды. Ныҡ иланым. Хатта бер туған балалары ла улай ҡайғырмағандыр.

Шулай бер көн йоҡларға ятыр алдынан тағы һағыш баҫты. Ҡайнымдың әйткән һүҙҙәре, кәңәштәре етмәй ине тормошта. Илай-илай килеп ауҙым түшәгемә. Күп иларға ярамағанлығын беләм, әммә үҙемде бер нәмә менән тынысландыра алмайым.

Үкһеп ятһам, кемдер башыма ҡағылды. Тәҙрә асылғанмы тиеп, күтәрелеп ҡарайым. Тик ул ябыҡ. Ҡормалары ла һелкенмәй тора. Тағы ла ҡабатланды һәм шул саҡ минең күңелемдә шундай һиллек урынлашты. Илауҙан тымдым, күңелем урынына ултырҙы. Шул кистән башлап тағы йәшәүҙән йәм таптым.

Ҡайнымдың рухы минән риза булып, шулай башымдан һыйпағандыр, тип уйлайым.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: