Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль , 05:20

КЕШЕГӘ АЙ ҘА, ҠОЯШ ТА ЯРАМАЙ ЙӘКИ КЕШЕ ФЕКЕРЕ ТУРАҺЫНДА РИҮӘЙӘТ

Атаһының улына кешеләрҙең фекере нимә икәнен күрһәтеүе тураһындағы риүәйәтте уҡып сығығыҙ әле.

КЕШЕГӘ АЙ ҘА, ҠОЯШ ТА ЯРАМАЙ ЙӘКИ КЕШЕ ФЕКЕРЕ ТУРАҺЫНДА РИҮӘЙӘТ
КЕШЕГӘ АЙ ҘА, ҠОЯШ ТА ЯРАМАЙ ЙӘКИ КЕШЕ ФЕКЕРЕ ТУРАҺЫНДА РИҮӘЙӘТ

Аталы-уллы икәүләп ишәккә ултырып, яҡындағы ауылға юллана. Беренсеһендә уларҙы саҡырып алалар һәм хайуанды йәлләмәйенсә, икәүләп уның өҫтөндә йөрөгәндәре өсөн шелтәләйҙәр. Икенсе ауылда улы ишәккә ултыра, атаһы эргәләренән бара. Был осраҡта атаһын яратмағаны өсөн егеткә эләгә.

Артабан ишәккә атаһы ултыра, улы йәйәү улар янынан килә. Өсөнсө ауылда улын атлатып, үҙе ултырған өсөн атай әрләнә. 

Шунан һуң улар урманда ағас ҡырҡып, ишәкте бәйләп, уларҙы күтәреп алып китәләр. Был юлы уларҙы ахмаҡлығы өсөн тәнҡитләйҙәр, сөнки ишәкте өйҙә лә ҡалдырырға мөмкин була. Һуңынан улар ишәкте былай ғына тотоп, ағасты күтәреп ары китәләр. Был юлы иһә ишәкте бушҡа йөрөтөүҙәре өсөн ғәйепләйҙәр.

Шунан һуң ата улына тормошта һәр ваҡыт шулай буласағын әйтә: әгәр һин үҙ башың менән уйламаһаң, ә кешеләрҙең фекере һәм уларҙың аҡылы менән йәшәһәң, бер ҡасанда ла алға бармаясаҡһың...

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: