Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль , 17:30

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым, ҡәҙерлем!

Ейәнсура районы Юлдаш ауылынан Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән Федоровка районы  егете Әнүр Миңлеғәле улы ғаилә усағын тоҡандырғас, башта Өфөлә йәшәйҙәр. Аҙаҡ улар Мәләүез районына ҡайтып төпләнә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себер яҡтарында тир түгә, ғаиләнең матди байлығын тәьмин итә. Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы “Родник” профилакторийында массажист булып  эшләп тә өлгөрә, әммә өс балаға әсәй булған ханымдың төп асылы - йорт усағын һаҡлау, балаларҙы тәрбиәләү, яҡындарына күңел йылыһын өләшеү.

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым, ҡәҙерлем!
Һиңә рәхмәт йырын йырлайым, ҡәҙерлем!

Был донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк кеше бармы икән?! Сабыйының шатлығын да, йөрәк ярһыуын да, ни сәбәпле түккән күҙ йәшен дә тик әсәй генә үҙ күңеле аша үткәрәлер. Әсәй йылыһын, әсәй наҙын оҙағыраҡ татырға яҙһын һәммәбеҙгә лә. Тамъян ауылында йәшәгән Хәбибуллиндар, уларҙың балалары  менән әңгәмәләшкәндән һуң, уларға шундай изге теләк теләнем.

Ейәнсура районы Юлдаш ауылынан Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән Федоровка районы  егете Әнүр Миңлеғәле улы ғаилә усағын тоҡандырғас, башта Өфөлә йәшәйҙәр. Аҙаҡ улар Мәләүез районына ҡайтып төпләнә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себер яҡтарында тир түгә, ғаиләнең матди байлығын тәьмин итә. Сәлимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы “Родник” профилакторийында массажист булып  эшләп тә өлгөрә, әммә өс балаға әсәй булған ханымдың төп асылы - йорт усағын һаҡлау, балаларҙы тәрбиәләү, яҡындарына күңел йылыһын өләшеү. Аллаға шөкөр, яҡындары уңыштары менән ҡыуандырып тора. Элина ҡыҙҙары  Өфө ҡалаһында график дизайнер һөнәренә белем ала. Динә Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында 8-се, Станислав 2-се класта уҡый. Яғымлы, миһырбанлы, шәфҡәтле, эскерһеҙ тәбиғәтле, сабыр холоҡло Сәлимә ханым - һәр сабыйының шатлыҡ-борсолоуын үҙ йөрәге аша үткәреп, һәммәһенә терәк булған оло йөрәкле кеше. Ҡайҙа булһалар ҙа, заманса төҙөлгән, сәскәләргә күмелгән ҡотло өйгә балаларҙың ҡайтҡыһы килеп,  йән атып тора.

Йән йылыһын өләшкән әсәйҙәр булғанда, донъя ла яҡтыраҡ, уларҙың ҡәҙерҙәрен беләйек!

Зәйлә Әлмөхәмәтова, юғары категориялы педагог:

Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә, уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар һалынған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам итә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: