Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль , 06:45

ТЕЛӘГӘНЕМ

Ғүмер тигәнең бер күҙ асып йомған ара ғына икән дә баһа.

ТЕЛӘГӘНЕМ
ТЕЛӘГӘНЕМ

Алтмышыма аяҡ баҫып, етенсе тиҫтәмде ваҡлағанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.
Кешенең йәне үлемһеҙ, ул сабый хәлендә кире ҡайта, тиҙәр. Мин дә берәй заман был яҡты донъяларҙан уҙырмын да яңынан бәпес булып донъяға тыуырмын, малай булып үҫермен, егет ҡорона инермен, кәләш алырмын, донъя көтөрмөн... Тик башҡорт балаһы булып ҡына ауаз һалһам ярар ине. Аллаһы Тәғәләнән бар теләгәнем шул! Сөнки был ғүмеремдә халҡым өсөн эшләйһе күпме изге эштәр башҡарылмай ҡалды, күпме хыялдар тормошҡа ашманы.
Әгәр яңынан башҡорт булып тыуһам, бар ғүмеремде, халҡым, был юлы ла һиңә генә арнар инем. Тик һин генә бар бул. Ҡурай моңдарың тынмаһын, бал ҡорттарың йүкә сәскәләренән шифалы бал йыйһын, далаларҙа башҡорт йылҡыларының кешнәгәне бар тарафтарға яңғырап торһон, унан да бигерәк минең менән туған телемдә һөйләшеп, йәшел сиҙәмдәрҙә уйнарлыҡ малай, ҡыҙҙарың, мөхәббәтемде саф башҡортса аңлатырлыҡ еткән ҡыҙҙарың ифрат күп булһын.

Аллаһы Тәғәләнән бар теләгәнем шул!

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: