Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь , 09:30

ЙӨК

Һыу буйына төштө һылыу ҡатын,Йәше саҡ-саҡ уҙған илленән...Ауыр күнәктәрен ергә ҡуйҙы,Көйәнтәһен һалды иңенән.

ЙӨК
ЙӨК

Һыу буйына төштө һылыу ҡатын,
Йәше саҡ-саҡ уҙған илленән...
Ауыр күнәктәрен ергә ҡуйҙы,
Көйәнтәһен һалды иңенән.

Кер сайҡай ул бында яҙҙан алып,
Ямғырлы ла ҡара көҙгәсә.
Йылға ағымына һалған зары
Ғүмерлеккә етәр, йөҙгәсә.

Һылыу йөҙө бер аҙ уйсан, моңһоу.
Уйҙарында - уҙған йылдары.
Һыу буйында тыныслана төшә
Күңеленең нескә ҡылдары.

Кер сайҡаған кеүек кенә итеп,
Эх, сайҡайһы ине уҙғанды.
Ауыр күнәктәрҙе, көйәнтәне
Алып ташлап, көтмәй туҙғанды.

Юҡсы. Бары, һыу буйында ҡалды
Саҡ-саҡ мәшәҡәте, хәстәре.
Иңдәрендә ҡалды көйәнтәһе -
Мосолманға яҙыҡ - хас тәре...

Мәүлит КӘРИМИ.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: